Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
11 Ғинуар , 20:35

Рәхмәт

Тапшырылһын рәхмәтебеҙ Тулҡын-тулҡын... Минән - һиңә, һинән уға Китеп торһон. Рәхмәттәрҙең юлы оҙон Сикһеҙ булһын. Урап - урап әйләнһен дә Килеп торһон. Рәхмәтле була белеү ҙә  Бер аҡыл...

Рәхмәт
Рәхмәт

Рәхмәт

Тапшырылһын рәхмәтебеҙ

Тулҡын- тулҡын...

Минән - һиңә, һинән уға

Китеп торһон.

 

Рәхмәттәрҙең юлы оҙон

Сикһеҙ булһын.

Урап - урап әйләнһен дә

Килеп торһон.

 

Рәхмәтле була белеү ҙә

Бер аҡыл.

Мәлендә әйтеп барайыҡ

Һәр ваҡыт.

 

Ошо һүҙҙә йәшәүҙәрҙең

Хикмәте.

Беҙгә бирелгән Аллаһтың

Рәхмәте.

 

Рәхмәтеңдән тирә - яғың

Яҡтыра.

Бер рәхмәтең мең бәләнән

Ҡотҡара.

Гөлзифа Исрафилова.

"Кешеләргә ҡалам ышанып" тигән китабынан.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: