Һаҡмар
+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
1 Ғинуар , 16:40

Өйҙә йылылыҡ булһын...

Өйҙә йылылыҡ булһын, Түрҙә киңлелек булһын, Сөкөрләшеп, мәж килешеп,  Сәй эсерлек моң булһын, Һөйгәндәр янда булһын...

Өйҙә йылылыҡ булһын...
Өйҙә йылылыҡ булһын...

❤️❤️❤️❤️❤️❤️

Өйҙә йылылыҡ булһын,

Түрҙә киңлелек булһын,

Сөкөрләшеп,мәж килешеп

Сәй эсерлек моң булһын,

 

Һөйгәндәр янда булһын,

Туғандар яҡын булһын,

Арып - талып эшегеҙҙән

Ҡайтырлыҡ өйөң булһын,

 

Тәҙрәләрҙә ут булһын,

Күңелдәр тыныс булһын,

Ихатала көрт булһын,

Донъялар имен торһон!

 

Тормош йырын гөрләтеп,

Алға атлар юл булһын,

Йөрәк утын дөрләтеп,

Мул йәшәргә дәрт булһын!

Яңы Йыл менән!!!

🥳🥳🥳🥳🥳🥳🥳

 

(Л.Илбулова)

❤️❤️❤️❤️❤️❤️❤️

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: