-2 °С
Ҡар
Көтмәгәндә асыу сығып,
Эсең тулы булһа ялҡын -
Сабырлыҡты усҡа йыйып,
Өндәшмәү алтын, өндәшмәү алтын!
Ғорурлыҡты еңә алмай,
Араларға үтһә һалҡын -
Хистәреңде уңға-һулға
Сәсмәү алтын, сәсмәү алтын!
Ир-ат булһын ир урынында,
Үҙ урынында булһын ҡатын.
Бер-береңде хөрмәт итеп,
Йәшәү алтын, йәшәү алтын!
Гөлсәсәк Саҙретдинова.