Һаҡмар
-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
22 Май 2023, 12:00

ҺУҢҒЫ ҠЫҢҒЫРАУ

Көмөш ҡыңғырау тауышы  Оло юлға ишек асты.  Күпме үҫмерҙең яҙмышы  Ҙур томошҡа башлап баҫты.  Шатлыҡ сыңы ҡыңғырауҙа  Ҡанат ҡуя хыялдарға. 

ҺУҢҒЫ ҠЫҢҒЫРАУ
ҺУҢҒЫ ҠЫҢҒЫРАУ

Рәйсә Иҫәнбаева 

ҺУҢҒЫ ҠЫҢҒЫРАУ 

Көмөш ҡыңғырау тауышы 

Оло юлға ишек асты. 

Күпме үҫмерҙең яҙмышы 

Ҙур томошҡа башлап баҫты. 

Шатлыҡ сыңы ҡыңғырауҙа 

Ҡанат ҡуя хыялдарға. 

Мәктәп партаһынан алып 

Маҡсатына алып бара. 

Әйҙә сыңла, көмөш сыңым, 

Бөгөн бары ул наҙ ғына. 

Серҙәш булып уҡыусыңдың 

Оҙатып бар ҙур юлынан! 

Рәйсә Иҫәнбаева. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: