-2 °С
Ҡар
Рәйсә Иҫәнбаева.
ЕҘ ҠЫҢҒЫРАУ
Бөгөн сыңлай еҙ ҡыңғырау,
Шатлыҡ, һағыш моңо менән.
Көн дә нисә сыңлаһа ла,
Тик бөгөнгө серле икән.
Унда шатлыҡ мәктәп өсөн,
Белем биргән уҡыусыға.
Һағышында сыңлай бөгөн,
Ҡоштарын ул осорғанға.
Өмөтө әсәй -атайҙың
Һинең тауышта сағыла
Киләсәктә кемдәр булыр,
Улар шулай тип борсола.
Әйҙә сыңла, өлөш өмөт.
Өмөтләнеп юлын үтһен.
Хыялдарын ысын итһен,
Хаталарҙы урап үтеп.
Рәйсә Иҫәнбаева.