-2 °С
Ҡар
Күңел күҙе
Хикмәтле хикәйәт
Ғибәҙәтханала ултырған һуҡыр мосафир тураһында әйләнә-тирәләге кешеләр: "Был бөйөк аҡыл эйәһе", — тип әйткән булалар. Көндәрҙең береһендә мосафирға килгән бер кеше ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай һорау бирә:
— Эй, бөйөк кеше, ғәфү ит һорауыма. Һин нисек һуҡыр ҡалдың?
— Мин тыумыштан һуҡырмын, — тип яуап бирә аҡыл эйәһе.
— Аҡылды ҡайҙан тупланың? Ул кәңәштәрҙе ҡайҙан алып бирәһең? — юлаусының һорауҙары дауам итте.
— Мин - астроном, — тип яуап бирә аҡыл эйәһе. — Мин ҡояшты һәм йондоҙҙарҙы күҙәтәм.
Был яуаптан юлаусы телһеҙ ҡала. Киләһе һорау һауала эленеп тороп ҡала.
— Улар бында, — тип аҡһаҡал ҡулын күкрәгенә һала.