Һаҡмар
-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
27 Март 2023, 13:05

Динһеҙ әҙәм генә ғәйбәт һөйләр...

Динһеҙ әҙәм белмәҫ әҙәпте Яуызлыҡ ҡылыу, уның ғәҙәте Яманлығын, әгәр ҡуймаһа Яуап тотор, һуҡҡаста сәғәте... 

Динһеҙ әҙәм генә ғәйбәт һөйләр...
Динһеҙ әҙәм генә ғәйбәт һөйләр...

Динһеҙ әҙәм генә ғәйбәт һөйләр
Үҙен белмәй көлгән булыр кешенән
Ундайҙарға халыҡ мәҡәле бар
Бахыр йыртыҡ көлгән тишектән

Динһеҙ әҙәм белмәҫ әҙәпте
Яуызлыҡ ҡылыу, уның ғәҙәте
Яманлығын, әгәр ҡуймаһа
Яуап тотор, һуҡҡаста сәғәте

Көнсөл була динһеҙҙәр генә
Йөрәктәре яна сараһыҙҙан
Күрше тауығын , ҡаҙҙай күрә
Бармы, ундайҙар арағыҙҙа?

Иманлы зат һис алдамаҫ
Яҡынын бәләгә ҡалдырмаҫ
Хәйер-саҙаҡаһын йәлләмәҫ
Мохтажды ризыҡтан яҙҙырмаҫ

Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтер:
Иман барҙа, әҙәп бар
Әҙәплегә Алланың рәхмәте ҙур
Иманһыҙға ике донъяла тар.

17.02.2021 Зәкиә Сөләймәнова

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: