Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
18 Март 2023, 09:00

Яҙ килә!

Ҡыш менән алышып,  Ашҡынып килә яҙ!  Һыуыҡты ҡыуышып,  Көндәр тора аяҙ:  Ҡояш зәңгәр күктән  Алтын нурын һибә...  Яҙҙы көтәм күптән,  Йөрәк дәртле тибә!   

Яҙ килә!
Яҙ килә!

Ҡыш менән алышып,
Ашҡынып килә яҙ!
Һыуыҡты ҡыуышып,
Көндәр тора аяҙ:

Ҡояш зәңгәр күктән
Алтын нурын һибә...
Яҙҙы көтәм күптән,
Йөрәк дәртле тибә!

Ҡоштар ҙа ҡайтырҙар...
Тыуған төбәктәрен
Ярышып маҡтаҙар:
Өҙөлөп һайрарҙар!

Ирер һалҡын ҡарҙар,
Ташыр яҙғы һыуҙар...
Йән әрнеткән уйҙар
Һыу менән ағырҙар!
* * *
(15.03.2023 йыл, Б.Венера, 1-Төркмән)

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: