Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
2 Март 2023, 11:39

Буран

Ҡотормасы, буран!  Ярһымасы һаман:  Яҙ килер, барыбер,  Ҡар ирер бер заман... 

Буран
Буран

Тыштан буран геүләй.
Донъяға ул һыймай:
Бүре булып олой,
Үҙ урынын эҙләй...

Йәки -- ҡапыл сеңләй:
Гүйә, бала илай!
Йә -- ярһып, ҡотора,
Торбала һыҙғыра...

Ҡотормасы, буран!
Ярһымасы һаман:
Яҙ килер, барыбер,
Ҡар ирер бер заман...
* * *
(Баһаутдинова Венера, 27.02.2023 йыл)5

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: