Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
2 Ғинуар 2023, 06:58

Хәйерле иртә!

Һәр иртәлә мин именлек һорайым  Тыуған ергә, тыуған төбәккә.  Тыныс илдә тыныс йәшәү генә  Бал-шәкәрҙән татлы йөрәккә!    Һәр иртәлә мин иҫәнлек һорайым.  Эшләп йөрөйөм тип йән атып.  Туғандарым, яҡын дуҫтар менән  Йәшәйек әле тиеп яратып.   Һәр иртәлә иман нуры һорайым  Балаларға, ейәндәргә тағын...

Хәйерле иртә!
Хәйерле иртә!

Һәр иртәлә мин именлек һорайым 

Тыуған ергә, тыуған төбәккә. 

Тыныс илдә тыныс йәшәү генә 

Бал-шәкәрҙән татлы йөрәккә! 

 

Һәр иртәлә мин иҫәнлек һорайым. 

Эшләп йөрөйөм тип йән атып. 

Туғандарым, яҡын дуҫтар менән 

Йәшәйек әле тиеп яратып.

 

Һәр иртәлә иман нуры һорайым 

Балаларға, ейәндәргә тағын. 

Үҙ ҡиблаһын юғалтмаһын улар, 

Шунда ғына тыныс булыр йәнем. 

 

Һәр ртәлә матурлыҡты күреп, 

Күҙҙәремә һөйөнөргә яҙһын! 

Һәр йәш кеше парлы йәрен табып, 

Матур ғаиләләр ҡора алһын! 

 

Һәр иртәлә мин Хоҙайҙан һорайым 

Күңелдәргә хөсөт кермәһен.

Һәр беребеҙ үҙенә ни һораһа, 

Башҡаларға шуны теләһен!

Гөлнур Айзат. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: