-2 °С
Ҡар
Моңдар алам яңы атҡан таңдан,
Илһам алам яңы тыуған көндән,
Йәшәргә көс йыям, ғаиләм, һинән,
Шифа, именлектәр - Алламдан!
Бәрәкәтле булһын тиһәң һин тормошоң,
Бик бәхетле булһын тиһәң ғәзиз кешең -
Ит изгелек, ҡыл ғәмәлең ысын йөрәктән,
Һәр бер һүҙең үткәрә күр һин иләктән!
Булма үсле, булма яуыз, әй, һин, дуҫым,
Насарлыҡтар эшләмә һин, йөрөмә мыштым!
Ит игелек, кешеләргә тоҙаҡ ҡорма,
Үҙең ҡаҙған соҡорға төшә күрмә!
Бары түҙем, бары сабыр, иманлылар
Был донъяла, әхирәттә бәхетлеләр!
Бул мәрхәмәтле, бул рәхимле, әй, һин, кеше,
Ахырғаса тырыш, булып ҡал Ысын Кеше!
Гүзәл Зарипова