-10 °С
Болотло
Тағы ҡыш килде!
* * *
Ҡыш та килеп етте!
Оҙаҡ көттөрмәне:
Ергә аҡ ҡар ярты,
Юлды тигеҙләне.
Ер ҡалды пакланып,
Көн дә ҡарҙар яуа!
Балалар шатланып
Сана-саңғы шыуа!
Аҡ юрғанға төрә --
Сумды бөтә ер ҙә!
Йәнгә йылы өрә
Ап-аҡ һалҡын ҡар ҙа!
* * *
Венера Баһаутдинова