Һаҡмар
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
6 Октябрь 2022, 08:43

Һөйөү генә тулы иртәләй

Монар ҡосағынан ысҡыналмай,  Бөгөнгө таң оҙаҡ туланы.  Ышыҡ ҡына эҙләп һыйынғайны,  Онотолоп аһәң һуланы.    Ә тегеһе шуны ғына көткән -  Таралды ла китте ихласлап.  Һәр ағасты, һәр япраҡты үбеп,  Толомдарын һыйпай ҡуш услап.   

Һөйөү генә тулы иртәләй
Һөйөү генә тулы иртәләй

Монар ҡосағынан ысҡыналмай, 

Бөгөнгө таң оҙаҡ туланы. 

Ышыҡ ҡына эҙләп һыйынғайны, 

Онотолоп аһәң һуланы. 

 

Ә тегеһе шуны ғына көткән - 

Таралды ла китте ихласлап. 

Һәр ағасты, һәр япраҡты үбеп, 

Толомдарын һыйпай ҡуш услап. 

 

Һоҡландырғыс моңға сорнап ерҙе, 

Мөхәббәтле миҙгел иркәләй. 

Ғүмеркәйҙәр ынйы ҡашлы булһын, 

Һөйөү генә тулы иртәләй. 

Һөйөү генә тулы иртәләр... 

Рәзилә Ырыҫҡужина.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: