Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
5 Октябрь 2022, 08:31

Көн башланғанда

Күңелеңдән, эстән генә  Доға уҡып көн башлана.  Ихлас йәнле иманлыға  Яҡшы уйҙар юлдаш уға.    Күңел доғалы булғанда  Тыныс ҡына көн башлана.  Тигеҙбеҙ Аллаһ ҡаршыһында --  Бер кемгә лә юҡ ташлама.    Дуҫтар менән сәләмләшеп,  Шәп кәйефтә көн башлана.  Кәйефтәр шәп булғанғамы,  Болотло көн ҡояшлана.   

Көн башланғанда
Көн башланғанда

Көн башланғанда 

Күңелеңдән, эстән генә 

Доға уҡып көн башлана. 

Ихлас йәнле иманлыға 

Яҡшы уйҙар юлдаш уға. 

 

Күңел доғалы булғанда 

Тыныс ҡына көн башлана. 

Тигеҙбеҙ Аллаһ ҡаршыһында -- 

Бер кемгә лә юҡ ташлама. 

 

Дуҫтар менән сәләмләшеп, 

Шәп кәйефтә көн башлана. 

Кәйефтәр шәп булғанғамы, 

Болотло көн ҡояшлана. 

 

Ихлас, изге ниәттәрҙә 

План ҡороп көн башлана. 

Башҡараһы эш ғәмәлдәр 

Ул уйҙарҙа ҡоласлана. 

 

Офоҡтарға ҡараш ташлап, 

Өмөт менән көн башлана. 

Ҡат-ҡат сәләмемде юллайым 

Иҫән ҡалған замандаштарға. 

Ф.Дәүләтбаев. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: