Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
27 Сентябрь 2022, 09:00

Көҙ

Һыҙҙырмай йырын һандуғас, Ҡыҙҙырмай хәҙер ҡояш. Уйсанланып ҡалған урман  Алтын япрағын ҡоя.    Ҡаңғылдашып кейек ҡаҙҙар  Илдән китәлр тағы.  Юлда ҡаҙ тәпәйе һымаҡ  Ҡыҙыл саған япрағы. 

Көҙ
Көҙ
КӨҘ
Һыҙҙырмай йырын һандуғас,
Ҡыҙҙырмай хәҙер ҡояш.
Уйсанланып ҡалған урман
Алтын япрағын ҡоя.

Ҡаңғылдашып кейек ҡаҙҙар
Илдән китәлр тағы.
Юлда ҡаҙ тәпәйе һымаҡ
Ҡыҙыл саған япрағы.

Ялтламай инде ялағай,
Йәшнәмәй инде йәшен.
Бөтә донъя һарғайғанда,
Ужым ғына йәм-йәшел.

Алмаларын алландырып,
Эй көҙ килде, көҙ килде.
Бураларға иген тулды,
Яланда мал эркелде.

Эй көҙ килде, көҙ килде,
Көткән көнөбөҙ килде,
Мәктәбебеҙҙе һағынып,
Йүгерә-атлай беҙ килдек.

Рауил БИКБАЕВ
 
 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: