+4 °С
Болотло
Йәй — йән күрке. Тотош хазина — ҡыш.
Яҙ — һабантуй. Моңһоу — көҙ генә.
Көҙҙөң тымыҡ һары һағышына —
Нағышына көҙҙөң түҙ генә!
Ә шулай ҙа көҙҙә күпме йәм бар,
Һүҙ әйтмәгеҙ, зинһар, көҙөмә.
Осар ҡоштар сәфәр сыҡҡанда мин
Асылыма ҡайтам — үҙемә.
Япа-яңғыҙ йөрөп урмандарҙа,
Һемергәндәй утлы ялҡынды.
Мул емешен йыя көҙөн кеше
Ҡояш һымаҡ алтын аҡылдың!
РӘМИ ҒАРИПОВ.