+4 °С
Болотло
* * *
Әбейҙәрҙең сыуағы,
Йәмләндереп донъяны,
Килеп тә етте тағы:
Ерҙе "алтынға манды" --
Ялан һары төҫ алды!
Туғайҙағы ағастар
Төрлө төҫкә буялды...
Тәбиғәт матурланды!
Күҙҙең яуын алалар!
Бөтә кеше шатланды,
Емеш, балан йыялар...
Көҙгө эш тамамланды!
(Венера Багаутдинова, 14.09.2022 йыл.)