+4 °С
Болотло
КӨҘ ИНДЕ
Көҙ инде , көҙ ,
Килеүҙәре таныш ...
Йөҙкәйенә һары йүгергән .
Барлыҡ булмышынан тәрән һағыш ,
Һап - һары моң ергә түгелә .
Көҙ көҙ инде тимә ,
Сибәрлеге лә бар ,
Ҡупшылығы , көйәҙ ҡатындай .
Биҙәктәре сағыу , әллә ҡайҙан
Һары ялҡын булып ялпылдай .
Көҙ инде , көҙ , ана ,
Балан ҡыуағының
Сикәләре уттай ҡыҙарған .
Миләштәр ҙә , алһыу йөҙөн эйеп ,
Көҙҙөң моңдарына сорналған .
Көҙ инде , көҙ ,
Дорфа һалҡынлығы ,
Ҡыҙыу түгел инде ҡосағы ,
Ялҡындары менән өтә алмаҫ ,
Һүрәнләнер көҙҙөң усағы .
Исрафилова Гөлзифа .