Һаҡмар
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Шиғриәт
20 Августа 2022, 18:32

Август төнө-йондоҙ парады!

Август төнө-йондоҙ парады! Йондоҙ артлы йондоҙ атыла! Күҙ ҡамашыр ошо мәлдәрҙә Нисек инде йоҡлап ятыла? Беҙ күрмәгән,әммә уйҙа еткән Сикһеҙлектән йондоҙ сағыла- Һүнгән йондоҙ нуры ла бит ана

Август төнө-йондоҙ парады!Август төнө-йондоҙ парады!
Август төнө-йондоҙ парады!

Август төнө-йондоҙ парады!
Йондоҙ артлы йондоҙ атыла!
Күҙ ҡамашыр ошо мәлдәрҙә
Нисек инде йоҡлап ятыла?
Беҙ күрмәгән,әммә уйҙа еткән
Сикһеҙлектән йондоҙ сағыла-
Һүнгән йондоҙ нуры ла бит ана
Күңелдәргә инеп оялай!
Яҡтылыҡҡа өндәп төпһөҙлөккә
Йондоҙ үҙ рәтенә саҡыра-
Ынтылғанда күңел мәңгелеккә
Ваҡ мәшәҡәт һине ҡаңғырта...
Йондоҙ ҡыуышҡанда аяҙ күктән
Яуа ергә ырыҫ-бәрәкәт!
Изге теләк менән күккә бағыу
Баласаҡтан ҡалған бер ғәҙәт!

Әлфиә Юлыҡ.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас