+4 °С
Болотло
💧ШИҒРИ ТАМСЫ💦
🦁ОЛО ҺАҒЫШ ЮЛЫНАН
(Ҡайғылы ир әйткәне)
Белһәң икән, нисәмә йыл
Яраттым бит мин уны,
Ниңә ҡайғыраһың, тиһең,
Аңламайһың һин шуны.🙉
Башҡа берәүгә китте шул
Берҙән-бергенәм минең,
Бошонма, тиһең, унан да
Матурырағы килер.🧐
Юҡ, унан да матурҙарҙы
Әле осратҡаным юҡ,
Бергә урамдарҙан үтһәк,
Көн буйына күңел туҡ.😍
Арҡаһынан һыйпап торҙом,
Һис туҙан төшөрмәнем,
Йылыла ғына йөрөттөм,
Йә нисек бошонмайһың?🥹
Беләм, күршелә генә бит
Һәйбәтерәге лә бар,
Әллә алып ҡуйырғамы?
Тик һүҙе, ғәйбәте бар.🙈
Һағышым баҫылыр бер аҙ,
Башҡа берәйһен алһам...
Шуны уйлап китеп барам
Автобаҙарға табан.🏃♂️🚘
03.08.2022
🪷(Лилиә Һаҡмар)🌈