Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
20 Июнь 2022, 08:58

ҒАШИҠМЫН ТЫУҒАН ЯҠҠА

Мин тыуғанмын йырлы - моңлоТөйәләҫ аҡҡан яҡта.Алмағастар һәм сейәләрАп - аҡ сәскәлә саҡта . Әсәйем эш эшләр инеМоңло йырҙарын һуҙып .Шуғамылыр үҫтек беҙ ҙәКүңелдәр моңға тулып. 

ҒАШИҠМЫН ТЫУҒАН ЯҠҠА
ҒАШИҠМЫН ТЫУҒАН ЯҠҠА

Мин тыуғанмын йырлы - моңло
Төйәләҫ аҡҡан яҡта .
Алмағастар һәм сейәләр
Ап - аҡ сәскәлә саҡта .

Әсәйем эш эшләр ине
Моңло йырҙарын һуҙып .
Шуғамылыр , үҫтек беҙ ҙә
Күңелдәр моңға тулып .
Йырҙарында тирмә ҡорҙо
Төйәләҫ буйҙарында .
Һөйгәне менән осрашты
Һалҡын шишмә ярында .

Тауҙар юлын йырлап үтте
Сепарат борғанында .
Төрлөһөн һамаҡлар ине
Бәпәй ҡойондорғанда .

Ана шуға йырлы - моңло
Төйәләҫ аҡҡан яҡҡа ,
Яҙҙарында алмағастар
Шау сәскә атҡан саҡҡа ,
Әсәйемдең хәстәренә
Ҡойоноп үҫкән саҡҡа -
Ғашиҡ булам ҡабат - ҡабат
Тыуған ер , тыуған яҡҡа.
Гөлзифа Исрафилова.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: