Шиғриәт
13 Мая 2022, 11:38

Матурлыҡ

Ике төрлө гөлләмә ҡулымда,Береһе -- баҡса сәскәләре.Икенселәр -- үҫкән яланда,Ҡыуандыра төрлө еҫтәре!  

МатурлыҡМатурлыҡ
Матурлыҡ

Венера Баһаүетдинова

Ике төрлө гөлләмә ҡулымда,
Береһе -- баҡса сәскәләре.
Икенселәр -- үҫкән яланда,
Ҡыуандыра төрлө еҫтәре!

Кәрәк букет һайлап алырға:
Тыуған көнгә, ихлас ҡотларға!
Береһе -- бик матур, һоҡланғыс!
Ҡарап туймаҫлыҡ! Тик, еҫе юҡ!..

Яландыҡында -- юҡ сағыулыҡ,
Ах.. Хуш еҫенә -- баш әйләнә!
Ҡатын-ҡыҙ ҙа төрлө, шулай уҡ!
Эстән матурға -- рух йәнләнә!
Аҡйондоҙ, (10.05.22.]

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас