Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
7 Май 2022, 19:36

Булһын үҙгәреш ― тик үҫешкә!

Салт аяҙ көн тышта, Ҡояш көлә күктә -- Төпһөҙ зәңгәрлектә, Нур һибә ергә!

Булһын үҙгәреш ― тик үҫешкә!
Булһын үҙгәреш ― тик үҫешкә!

Венера Баһауетдинова

Булһын үҙгәреш -- тик үҫешкә!

*. *. * 

Салт аяҙ көн тышта,

Ҡояш көлә күктә --

Төпһөҙ зәңгәрлектә,

Нур һибә ергә!

 

Кинәт, тау артынан

Ҡара болот сыҡты,

Көслө дауылынан

Йән тетрәнеп ҡатты...

 

Бирешмә, һин, күңел!

Бер саҡ үтер дауыл!

Ҡояш тағы сыға!

Саҡҡа ғына сыҙа!

 

Тормош та бит шулай

Аҡ-ҡаранан тора:

Кисә -- саҡ илатмай,

Бөгөн -- шатландыра!

 

Күңелдә кисә -- боҙ...

Ә бөгөн инде -- яҙ!

Шуға, нисек тә түҙ!

Сигенмә, алға уҙ!

 

Һәм күңел дә шулай:

Бер тына ла, шаулай...

Нахаҡтан дауыллай,

Дөрөҫлөктө даулай!

 

Нығый рухым, шулай,

Тәжрибәһен туплай:

Ҡаршылыҡта -- үҫә!

Юғарыраҡ күсә!

Аҡйондоҙ

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: