Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
9 Апрель 2022, 14:54

Булмаһын хыянат

 * * * "Дуҫ" тигән ҡатын Хыянат ҡылды... Күңелем әрнеп, Көлдәй һүрелде...

Булмаһын хыянат
Булмаһын хыянат

Венера Баһаутдинова

* * *
"Дуҫ" тигән ҡатын
Хыянат ҡылды...
Күңелем әрнеп,
Көлдәй һүрелде...

Харамдан уҡшып,
Йанем ерәнде!
Миңә, Илаһым,
Ҡеүәт бир инде!

Үтә ябайлыҡты
Уф, кисер, инде!
Өрөп ҡабырмын
Һалҡынды, инде!

Аҡылға ҡолаҡ --
Һәр саҡ һалырмын,
"Феникс"ҡоштай мин
Көлдән ҡалҡырмын!

Ары йәшәргә
Көстө табырмын!
Көнсөл дошманды
Шулай еңермен!

Йәнемде юҡҡа
Башҡа көйҙөрмәм!
Еңелә торған
Заттан түгелмен!
☝️🤲👍
(Аҡйондоҙ)

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: