Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
21 Март 2022, 12:58

Кеше һәм тәбиғәт

Кеше - тәбиғәттең бөйөк ҡаҙанышы,Аҡыл менән хеҙмәт берләшкән.Кеше уйы,аҡылы донъялаКүпме уңыштарға өлгәшкән. Бөтә нәмә ерҙә төҙөлгән,Кеше ҡулдарына буйһоноп.Алыр өсөн ерем байлығынҠомһоҙ йәндәр һаман ҡул һона.

Кеше һәм тәбиғәт
Кеше һәм тәбиғәт

Кеше - тәбиғәттең бөйөк ҡаҙанышы,
Аҡыл менән хеҙмәт берләшкән.
Кеше уйы,аҡылы донъяла
Күпме уңыштарға өлгәшкән.

Бөтә нәмә ерҙә төҙөлгән,
Кеше ҡулдарына буйһоноп.
Алыр өсөн ерем байлығын
Ҡомһоҙ йәндәр һаман ҡул һона.

Аҡтаралар ер ҡуйынын,
Табыр өсөн көмөш- алтынын.
Соҡор- саҡыр ғына ятып ҡала
Был ерҙәрҙә бары һуңынан.

Эй,кешеләр, тәбиғәтте
Шул ҡәҙәре ниңә рәнйетә.
Туҡтатайыҡ ошо вәхшилекте,
Ебәрмәйек ситкә байлыҡты.

Һаҡлайыҡ беҙ сит- яттарҙан
Ғәзиздәрҙән- ғәзиз ерҙәрҙе.
Онотмайыҡ изге хаҡиҡәтте:
"Аямаған йәнен, түккән ҡанын,
Һис бирмәгән башҡорт Уралын!"

Шәйәхмәтова Фәниә
Байыш ауылы

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: