Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
17 Март 2022, 10:55

Виртуаль донъя

Заман башҡа,заң башҡа,Ғәжәйеп виртуаль донъяКилеп инде беҙҙең тормошҡаАң-зиһенде томалап.Унда инһәң-сығам тимә,Асыҡ һиңә бар донъя.Хәлдәр бөтә,күҙҙәр тона,Туҡталырға юҡ һис әмәл.

Виртуаль донъя
Виртуаль донъя

Заман башҡа,заң башҡа,
Ғәжәйеп виртуаль донъя
Килеп инде беҙҙең тормошҡа
Аң-зиһенде томалап.

Унда инһәң-сығам тимә,
Асыҡ һиңә бар донъя.
Хәлдәр бөтә,күҙҙәр тона,
Туҡталырға юҡ һис әмәл.

Һәр кешенең ҡулында
Смартфон да телефон.
Бөтәһе лә "Бәйләнеш"тә,
Гәп һаталар "Ватсап"та.

Ҡайҙа һуғыш,ҡайҙа ярыш,
Ҡайҙа табын ҡорғандар,
Иҫтәлеккә ҡалһын итеп
Фотолар ҙа һалғандар.

Кемдәр эшләй,кемдәр эшһеҙ,
Һәммәһен дә белеп барабыҙ.
Кәңәш һорап өндәшһәләр,
Кәрәк һүҙҙәрен дә табабыҙ.

Йырлайбыҙ ҙа,бейейбеҙ ҙә,
Бик күңелле йәшәйбеҙ.
Китеп бармай иҫебеҙ ҙә
Булмағанда эшебеҙ.

Тыуған көндәр билдәләнә,
Үткән эштәр барлана.
Һис ҡотолор саралар юҡ
Был виртуаль донъянан.

Насармы был,яҡшымы был?
Бер нисек тә әйтеп булмай.
Тик шулай ҙа самаһын бел
Һин виртуаль донъяның.

Байыш ауылы
Шәйәхмәтова Фәниә.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: