Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
14 Март 2022, 14:57

Яҙғы буран

Яҙғы буран-аҡман- тоҡманШашып-ярһып һаман ҡотора.Күҙ асҡыһыҙ ошо бурандаКүмелделәр кәртә- ҡуралар.Ел ҡотора,ябалаҡлап ҡарҙар яуа,Тоташҡандай кеүек ер һәм күк.Бер нәмә лә күҙгә күренмәй,Атлар өсөн,хатта,юл да юҡ...

Яҙғы буран
Яҙғы буран

Яҙғы буран-аҡман- тоҡман
Шашып-ярһып һаман ҡотора.
Күҙ асҡыһыҙ ошо буранда
Күмелделәр кәртә- ҡуралар.

Ел ҡотора,ябалаҡлап ҡарҙар яуа,
Тоташҡандай кеүек ер һәм күк.
Бер нәмә лә күҙгә күренмәй,
Атлар өсөн,хатта,юл да юҡ.

Көн яманы китер,буран бөтөр,
Ябыҡ юлдар ҡарҙан асылыр.
Ҡояш йылы нурын һибеп
Еркәйемде ихлас иркәләр.

Байыш ауылы
Шәйәхмәтова Фәниә.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: