Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
1 Март 2022, 08:40

Бөгөн - БАШҠОРТ ҒАИЛӘҺЕ КӨНӨ!

Аҙбар тулы мал-тыуар, Баҡса тулы йәшелсә, Ялҡауланып тормайбыҙ, Һәр кем эш белеп үҫә.

Бөгөн - БАШҠОРТ ҒАИЛӘҺЕ КӨНӨ!
Бөгөн - БАШҠОРТ ҒАИЛӘҺЕ КӨНӨ!

БЕРҘӘМ ҒАИЛӘ
Гөрләп тора өйөбөҙ,
Беҙ күмәкбеҙ, татыубыҙ,
Атай, әсәй, олатай,
Дүрт малай ҙа алты ҡыҙ.
Аҙбар тулы мал-тыуар,
Баҡса тулы йәшелсә,
Ялҡауланып тормайбыҙ,
Һәр кем эш белеп үҫә.
Хәрәкәттә- бәрәкәт,
Емешһеҙ ҡалмай хеҙмәт,
Эшләһәң, Аллаһ бирә,
Табын тулы һый-ниғмәт.
- Күршеләргә хөрмәтле,
Кешеләргә хөрмәтле,
Булығыҙ, - ти, - олатай, -
Беҙ - Мөхәммәт өммәте!
(Г.Ситдиҡова)

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: