Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
15 Май 2021, 18:45

Ғәҙелша

Ғәҙелшаның күркәм шарлауығыЫлыҡтармай икән кемдәрҙе...Һәр яҙ һайын илаһи матурлыҡҮҙенә әйҙәп тора меңдәрҙе!

Ғәҙелша
Ғәҙелшаның күркәм шарлауығы
Ылыҡтармай икән кемдәрҙе...
Һәр яҙ һайын илаһи матурлыҡ
Үҙенә әйҙәп тора меңдәрҙе!
Ожмах мөйөшөнә мин дә барҙым,
Ырғый-һикерә ташлы юлдарҙан.
Сәхрә сәйе эсеп, илһам алдым
Һайрар ҡоштар түккән моңдарҙан.
Шарлауыҡҡа менеп етә алманым,
Ултырып ташҡа уйҙар уйланым...
Йөрәгемә йыуаныстар итеп,
Шарлауыҡтың шауын тыңланым.
Таш-кәртәләр аша юлдар ярып,
Төйәләҫем аға елкенеп.
Тамсыларын сәсеп, сәләм бирә,
Таштан-ташҡа бәрелеп, елпенеп.
Ап-аҡ шәлле ҡупшы муйылдарым
Ҡул һуҙалар төҫлө үҙ итеп.
Ҡара талдар серҙәрен бүлешә,
Япраҡ шауын наҙлы һүҙ итеп...
Эх, Ғәҙелша... һин, тип янһалар ҙа
Ҡәҙерең юҡ икән халыҡҡа!
Бер көн менән йәшәгән бәндәләр
Әйләндергән һине ҡыйлыҡҡа...
Аҙым һайын шешә, кәнсир, ҡағыҙ...
Тирә-йүнең тулған нәжескә...
Хәстәрләргә һине кеше юҡмы?
...Аңым етмәй быға нисек тә!
Башҡортостан өсөн оят миңә,
Хужаларҙың юҡмы намыҫы?
Изге ерем оран һала төҫлө,
Ярҙам һорай шаршы тауышы...
Мотал Рәмов.
Фото интернеттан.
Читайте нас: