Һаҡмар
+27 °С
Облачно
Антитеррор
Шиғриәт
29 Марта 2021, 03:14
Көндө башла йылмайыуҙан, Йылмайыр бөтә донъя!
Көндө нисек башлаһағыҙ,Ул шулай тамамланыр.Башла көндө иман менән –Күңелең тулыланыр... (Дауамы сайтта)
БАШЛА КӨНДӨ ЙЫЛМАЙЫУҘАН –
ЙЫЛМАЙЫР БӨТӘ ДОНЪЯ!
Көндө нисек башлаһағыҙ,
Ул шулай тамамланыр.
Башла көндө иман менән –
Күңелең тулыланыр.
Башла көндө изгелектән –
Изгелек сәсер кеше:
Был тойғо бит аҡтамырҙай –
Яҡшылыҡ булыр эше.
Башла көндө йылмайыуҙан –
Йылмайыр бөтә донъя!
Ул яуызлыҡты бөтөрә,
Барлыҡ гонаһты юя.
Башла көндө һөйөү менән –
Һөйөү алырһың үҙең.
Күңелдәрҙе шатландырыр
Татлынан-татлы һүҙең.
Башла көндө шатлыҡ сәсеп –
Булыр көнөң илһамлы.
Матурлыҡтан йөҙөң балҡып,
Булырһың һин иманлы.
Авторы: Р. ҒӘББӘСОВА.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"