Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
16 Март 2021, 17:14

Яҙҙы көткәндә

Иғтибар! Яңы исем: лайктар менән дәртләндерәйек төркөмдәштәр!ЗАРИФА АРАЛБАЕВАЯҙҙы көткәндәЯҙҙар килә тиеп, көткән булам...Ҡайҙа һуң яҙ, ҡайҙа ҡарғалар?Сылбыр - сылбыр булып теҙелешепҠайта ине, ҡайҙа торналар?Йылға боҙ аҫтында, бер тыны юҡ.Аҡҡоштар ҙа әле ҡайтмаған.Өйрәктәр ҙә йөҙмәй тымыҡ күлдә,Умырзая һаман ҡалҡмаған...Килер яҙҙар, гөрләүектәр ағыр.Йәшел үлән ҡалҡыр туғайҙа,Сыйырсыҡтар ҡайтып йырын йырлап,Оя ҡорор ишек алдында.Яуыр ямғыры ла, ҡалҡыр тәүге йәйғор.Һәр нәмәнең була үҙ мәле.Ашыҡма һин, ашыҡтырма, сабыр...Түҙ һин дуҫым, ваҡыт бар әле.

Иғтибар! Яңы исем: лайктар менән дәртләндерәйек төркөмдәштәр!
ЗАРИФА АРАЛБАЕВА
Яҙҙы көткәндә

Яҙҙар килә тиеп, көткән булам...
Ҡайҙа һуң яҙ, ҡайҙа ҡарғалар?
Сылбыр - сылбыр булып теҙелешеп
Ҡайта ине, ҡайҙа торналар?

Йылға боҙ аҫтында, бер тыны юҡ.
Аҡҡоштар ҙа әле ҡайтмаған.
Өйрәктәр ҙә йөҙмәй тымыҡ күлдә,
Умырзая һаман ҡалҡмаған...

Килер яҙҙар, гөрләүектәр ағыр.
Йәшел үлән ҡалҡыр туғайҙа,
Сыйырсыҡтар ҡайтып йырын йырлап,
Оя ҡорор ишек алдында.

Яуыр ямғыры ла, ҡалҡыр тәүге йәйғор.
Һәр нәмәнең була үҙ мәле.
Ашыҡма һин, ашыҡтырма, сабыр...
Түҙ һин дуҫым., ваҡыт бар әле.

Аралбаева З.З. 16.03.2021.
Читайте нас: