Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
24 Февраль 2021, 13:21

Яҡташыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!

Бөгөн билдәле шағирә, уҡытыусы, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, яҡташыбыҙ, Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы Абдуллина матур юбилейын билдәләй! Талантлы яҡташыбыҙҙы ғүмер байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, именлек - һаулыҡ, ҡыуаныстар, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ һәм иң саф, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ! Үкенергә түгел үткәндәргә, Һөйөнөргә ине бөгөнгә, Йәшәйексе, әйҙә, матур итеп, Ғүмер һыйған кеүек бер көнгә.

Бөгөн билдәле шағирә, уҡытыусы, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, яҡташыбыҙ, Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы Абдуллина матур юбилейын билдәләй! Талантлы яҡташыбыҙҙы ғүмер байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, именлек - һаулыҡ, ҡыуаныстар, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ һәм иң саф, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!

Хәйерле иртә!

Ҡояш ҡалҡа. Зәңгәр һауа.
Ел ниндәй иркә!
Йылмайығыҙ яҡты таңға:
- Хәйерле иртә!

Уңһын өсөн һәр эшебеҙ
Үҙ еребеҙҙә,
- Хәйерле көн! – тип әйтәйек
Бер-беребеҙгә.

Матур көндө оҙатһындар
Иң яҡты хистәр,
Теләйек бер-беребеҙгә:
- Хәйерле кистәр!

Ғүмерҙәрҙең көнө түгел,
Мәле ҡәҙерле!
Көтөп алған төнөбөҙ ҙә
Булһын хәйерле!

Бер-беребеҙгә һуҙылһын
Ярҙам ҡулыбыҙ,
Хәйерле, уң була күрһен
Ғүмер юлыбыҙ!

Тәҙрә асам

Таң нурына ҡаршы тәҙрә асам:
Ҡояш инһен әйҙә өйөмә!
Һандуғастар үҙ йырҙары менән
Ҡушылһындар минең көйөмә.

Тулһын әйҙә өйгә таң сафлығы,
Донъям тулы булһын яҡтылыҡ!
Ошо яңы көндән көс-дәрт алып,
Таратырға булһын яҡшылыҡ!

Һау-сәләмәт булһын яҡындарым!
Имен-аман булһын киң илем!
…Таң нурына ҡаршы тәҙрә асам –
Асыҡ тәҙрә ише күңелем.

Аҡ бейәләй

Аҡ бейәләй кейҙем ҡулдарыма…
Аҡ бейәләй – дуҫым бүләге.
Ошо йомшаҡ аҡ бейәләй төҫлө
Аҡтан булған, ахыры, теләге.

Күҙ нурҙарын түгеп, аҡ дебеттән
Ҡушып йөрәгенең йылыһын,
Беҙҙең йәш саҡтарҙы иҫләй-иҫләй
Бәйләнеме икән? Илаһым…

Рәхмәт һиңә, минең йәшлек дуҫым!
Бүләктәрҙең бирҙең олоһон,
Кейгән һайын ҡулдарымда тоям
Һинең ҡулдарыңдың йылыһын.

Аҡ бейәләй, ҡулдарымдан тотоп,
Йәшлегемә мине әйҙәләй,
Ҡулды ғына түгел, йөрәгемде
Йылытҡандай ап-аҡ бейәләй.

Ғәжәп донъя

Баш осондағы ҡояшты
Күрмәгән саҡтарым бар,
Алыҫ йондоҙҙарҙың серен
Күҙләгән саҡтарым бар.

Тауҙарҙы һикереп үткән,
Диңгеҙҙәр кискәнем бар,
Борсаҡ ҙурлыҡ ташҡа баҫып
Бөгөлөп төшкәнем бар.

Алданған бар, илаған бар,
Йәшәүҙән биҙгәнем бар,
Ғәмһеҙ балалай шатланып
Сәскәләр өҙгәнем бар…

Ирҙәр ҡулынан килмәҫтәй
Эштәрҙе башҡарған бар,
Ябай ғына мәшәҡәтте
Кешегә атҡарған бар.

Эй ғәжәп тә был донъялар,
Күрәһем алда микән?
Бер яндырыр, бер туңдырыр
Ғүмерҙәр алда икән,
Тағы ни ҡалған икән?

Ғүмер - бер генә…

Теләмәйем хатта бер минутын
Ғүмеремдең әрәм итергә –
Оҡшамаған кеше менән хатта
Урам буйлап атлап үтергә!

Килешмәгән кейем кеймәҫ инем,
Күңел ятмағанды – эшләмәҫ,
Рәнйетерлек һүҙҙе әйтмәҫ инем,
Яратмаған ерҙә - йәшәмәҫ…

Юҡ-бар менән әрәм-шәрәм итеп
Үткәрмәйек, ғүмер – бер генә!
Юлдаш булһын ине ғүмеремдә
Матур йыр һәм һөйгән йәр генә!

Ғүмер һыуҙай ағып тора...

Ғүмер һыуҙай ағып тора,
Яҙмыш саңды ҡағып тора,
Уңға-һулға этеп тора,
Бөйөрҙәргә төртөп тора…

Бер Хоҙайға өмөт ҡала –
Упҡындарҙан тартып ала,
Көтмәгәндә ҡулын һуҙа,
…Ана шулай ғүмер уҙа…

Бер туҡтауһыҙ көрәш менән
Өлөшөңә көмөш менән,
Сабыр итеп, түҙеп гелән
Йәшәй күрсе, кешегенәм!..

Ғүмер – аҡҡан һыу

Усым менән һиңә һыу килтерәм…
Бармаҡ аша ҡаса тамсылар.
Тамсы кеүек, ҡаса беҙҙең ғүмер,
Кисәге көн үткән, бөгөн-бар.

Һинең менән тәүлек сәғәт кеүек,
Аҙнам тәүлек кеүек тойола,
Бер ҡараһам – йырғанаҡтар аға,
Бер ҡараһам – япраҡ ҡойола.

Үкенергә түгел үткәндәргә,
Һөйөнөргә ине бөгөнгә,
Йәшәйексе, әйҙә, матур итеп,
Ғүмер һыйған кеүек бер көнгә.
Читайте нас: