Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
14 Июль 2020, 17:58

Рәсимә Ураҡсина исемендәге поэтик конкурс үтә

Быйыл билдәле шағирә, педагог, ғалимә Рәсимә Ураҡсинаға 70 йәш тула. Ошо уңайҙан Башҡорт теле йылына ҡарата Рәсимә Ураҡсина исемендәге конкурс иғлан ителде.

Быйыл билдәле шағирә, педагог, ғалимә Рәсимә Ураҡсинаға 70 йәш тула. Ошо уңайҙан Башҡорт теле йылына ҡарата Рәсимә Ураҡсина исемендәге конкурс иғлан ителде.
Конкурста республикала һәм унан ситтә йәшәгән мәктәп уҡыусылары ҡатнаша ала. Бының өсөн башҡорт телендә шиғыр яҙыр кәрәк. Тема ирекле. Шиғырҙар тыуған ер, тыуған ил, туған тел тураһында булыуы ихтимал.
Эштәрҙе түбәндеге адресҡа ебәрер кәрәк:
[email protected] йә akbuzat-journal.yandex.ru. Конкурста ҡатнашыусыларҙы иҫтәлекле бүләктәр көтә. Еңеүсегә Рәсимә Ураҡсина исемендәге премия бирелә.
Конкурс 2020 йылдың 15 сентябренә тиклем дауам итә.
Конкурс һөҙөмтәләре социаль селтәрҙәрҙә, ваҡытлы матбуғат биттәрендә баҫыласаҡ.
фотоһүрәт bashdram.ru сайтынан алынды.
Читайте нас: