Һаҡмар
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
3 Июнь 2020, 14:10

БАЙМАҒЫМ

Ике ҡулын – Ирәндеген һуҙып,Ҡаршы алды мине Баймағым,Эй һағындым әле үҙеңде, ти,Ниңә шулай һирәк ҡайтаһың?Эш-мәшәҡәт юлы урау-урау...Ҡәҙерле дуҫтар! Лилиә Һаҡмарҙың "Шиғри тамсы" шәлкеменән йәнә бер шиғырҙы тәҡдим итәбеҙ. "Баймағым" шиғыры - заманыбыҙға ауаздаш шиғыр.

Л.Һаҡмар
Эй һағындым әле үҙеңде, ти,
Эш-мәшәҡәт юлы урау-урау...
Барыбер ҙә һиңә йән атам,
Ғорур тауҙар, уйсан урманыңда
Ҡайҙа йөрөһәм дә йәрәк түрен
Биләп кенә торор Баймағым,
Даръяларҙы кисеп талсыҡҡанға
Тауҙарыңда елдәр әкиәт һөйләй,
Урамыңда үҫкән аҡ ҡайынды
Егәрлеләр, һәләтлеләр иле:
Һәр ҡарашҡа бағып уҡталам,
Бала саҡтан таныш осҡон күреп,
Ике ҡулын – Ирәндеген һуҙып,
Ҡаршы ала мине Баймағым,
Һин булғанға донъям түп-түңәрәк,
Йырға-моңға тулы бар яғым,????
Эй, Баймағым, тыуған Баймағым!????????????????????☀️
(Л.Һаҡмар)????
фото интернет киңлектәрендәге (fluid-force.ru.net) сайттане алынды
Читайте нас: