Һаҡмар
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
1 Май 2020, 02:38

ТОРМОШ ДАУАМ ИТӘ ӨЙҘӘ ЛӘ

Туптар шартлап тормай –тәҙрә ашаАлмағастар сәскә һуҙалар,Йәҙрә түгел, күктә–ҡош туптарыСәләм биреп кенә уҙалар.????Етеҙ түгел, әммә барыбер ҙә,Алға табан бара эшебеҙ,Бикләнһәк тә һәр кем үҙ өйөндәБерҙәмлектә беҙҙең көсөбөҙ!(Лилиә Һаҡмар ижад иткән шиғырҙы тулыраҡ сайттан уҡығыҙ!)

Лилиә Һаҡмар
Урамдар ҙа, баҡсалар ҙа тынған,
Ишетелмәй бала көлөүе,
Ә ағаста, күңел елкендереп,
Һандуғастар һайрай өҙҙөрөп.
Кешелекте ҡыуып йорттарына
Индергәндә “үлем” сирҙәре,
Һандуғастар
түгелеп-түгелеп һайрап,
Аса кеүек йәшәү серҙәрен.
Һандуғасҡа бер ағас та етә
Донъя яңғыратып һайрауға,
Саҡыра ул бөгөн тышҡа түгел,
Ул саҡыра тыуыр байрамға!
Тыуыр ул көн, тыуыр оло байрам–
Урам тулыр халыҡ шауына,
Яңы күргән кеүек үтербеҙ беҙ
Һәр бер сәскә, ағас янынан.
Ошо байрам көнө тыуһын өсөн
Бөгөн өйҙә генә ҡалабыҙ,
Йәшәү тәмен тойоп, яҙмыштарҙың
Алтын хәрефтәрен яҙабыҙ.
Ваҡытлыса ғына заман беҙҙе
Өйөбөҙгә ҡыуып индерҙе,
Белһен өсөн кеше ғүмерҙәре
Ҡыл өҫтөндә, шуға ҡәҙерле.
Һәр беребеҙ –
аҡыҡ, алтын, көмөш,
Һәр беребеҙ ҡиммәт аҡсанан,
Һәр беребеҙ хаҡлы хөр йәшәргә
Һандуғаслы тормош-баҡсала.
????
Балаларҙы һөйөп туймағанбыҙ,
Хәләлебеҙ наҙға һыуһаған,
Тәмле ризыҡтарҙы төрләндереп
Кәләш, килен, ҡатын туймаған.
????
Туптар шартлап тормай –
тәҙрә аша
Алмағастар сәскә һуҙалар,
Йәҙрә түгел, күктә–ҡош туптары
Сәләм биреп кенә уҙалар.
????
Етеҙ түгел, әммә барыбер ҙә,
Алға табан бара эшебеҙ,
Бикләнһәк тә һәр кем үҙ өйөндә
Берҙәмлектә беҙҙең көсөбөҙ!
????
Һынау аша, сыҙамлыҡтар аша
Изгелектең ҡылы көйләнә,
Күңел һандуғасы йырын тыңла:
Тормош дауам итә өйҙә лә!
????
28.04.2020
(Л.Һаҡмар)????
Читайте нас: