Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
16 Март 2020, 22:20

????МИН ҠОЯШҠА КИТЕП БАРАМ!

Лилиә Һаҡмарҙың "Шиғри тамсы" шәлкеменән сираттағы шиғырын тәҡдим итәбеҙ. Мин тыуғанда, төндө еңеп,????Балҡып атҡан ине ал таң,????Тәүге шул таң нурын алып,????Мин Ҡояшҡа китеп барам!☀️

????Шиғри тамсы????
????МИН ҠОЯШҠА КИТЕП БАРАМ!
Мин тыуғанда, төндө еңеп,????
Балҡып атҡан ине ал таң,????
Тәүге шул таң нурын алып,????
Мин Ҡояшҡа китеп барам!☀️
Ғүмер юлым әрнеү тулы –????
Йылмайырға көс-дәрт табам!????
Һынауҙарға рәхмәт әйтеп,????????
Мин Ҡояшҡа китеп барам!????
Теткеләнгән күңелемдән
Йөрәгемә ал ҡан тама –????
Ҡан төҫө ул – таң төҫө тип,????
Мин ҡояшҡа китеп барам!????
Дуҫтарымдың ҡулдарынан????‍????‍????‍????
Уңала бит һәр бер ярам!????????
Яҡындарым фатихаһы –????????
Мин Ҡояшҡа китеп барам!????
Изгелегем – һеҙгә бүләк –????
Биргән һайын күберәк алам…????
Иң бәхетле кеше мин ул –????
Мин Ҡояшҡа китеп барам!????
Йәшәү серен, тормош йәмен????
Күңелеңдән эҙләп ҡара!????
Теләйһеңме, киттек бергә –????
Мин Ҡояшҡа китеп барам!????????
????(Л.Һаҡмар)????
Читайте нас: