Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
8 Октябрь 2019, 17:39

Сәләмәт булайыҡ!

Бер заман, иҫләйһегеҙҙер, эскеселәрҙе Абдулла ауылына алып йөрөнөләр. Хәҙер унда йөрөү бөттө. Ул саҡта Ишмөхәмәт ауылы биләмәһе башлығы И.Ғ. Әхмәтов ошо эш менән ныҡлап шөғөлләнде. Һуңынан ул үҙе имам-хатип булып эшләне.Үкенескә ҡаршы, хәҙерге кешеләрҙең күбеһендә ихтыяр көсө юҡ. Көслө рухи һыҙаттарҙы балаларҙа кескәйҙән тәрбиәләргә, уларҙы дини юлға баҫтырырға, спорт менән шөғөлләнеүгә этәрергә кәрәк. Әлбиттә, бының өсөн ата-әсәләрҙең үҙҙәренә өлгө булырға кәрәк. Ошо хаҡтағы борсолоу-уйланыуҙарым шиғыр юлдарына ятты.#Трезвоесело2019#Айыҡауыл2019

“Һаҡмар” гәзите аша районда “Айыҡ ауыл” акцияһы буйынса байтаҡ саралар үткәрелгәнен белеп барабыҙ. Был программала ҡатнашҡан ауылдар эскелек проблемаһына битараф түгел. Эйе, был бик етди мәсьәлә. Сөнки диндән ныҡ айырылғанбыҙ, йәшәү рәүешен араҡыла ғына күргәндәр ҙә күп. Айырыуса вахтанан ҡайтып, “герой” булып, аҙналап эсеп ятҡандар борсолдора.

Шайтан һыуы


Көпә-көндөҙ ни ғәмәл?

Урамдағы бер кеше,

“Шайтан һыуы” бик эҙләй,

Ниҙер мығырҙай меҫкен.

“Шайтан һыуы” шулай шул

Күптәрҙе мығырҙата.

Итектәрҙе һалдырып,

Яланаяҡлап атлата.

Ҡарап тормай берәүгә,

Башҡортмо һин, татармы.

Ғүмер буйы интектерә,

Уны еңеүселәр бармы?

Быуындан-быуынға күсә

Боҙоҡ уның ниәте.

Әрлә, баҫтыр, туҡма, ҡыу!

Төшһөн Хоҙай ләғнәте.

Яңғыҙ йөрөмәй шайтан,

Һөжүм итә арт яҡтан.

Бер аҙ ҡапшап ҡарағас,

Килеп керә ҡорһаҡтан.

Йөрөмәй күк, ер аҫтынан,

Унда уға урын юҡ.

Төрткөләп ҡабырғанан

Уң яҡтан да, һул яҡтан.

Ҡорбанын табып алғас,

Аҫтан ғына йылмая.

“Ошо әҙәмде йыҡмаһам,

Шайтан булмам!” – тип ҡуя.

Туҡтатығыҙ!


Туҡтатығыҙ һылыуҙарҙы!

Төшөрмәгеҙ уларҙың күңелен.

Күрһәтегеҙ юлдың тураһын,

Тура юлһыҙ еңел түгелен.

Тура юлды һайлағандар,

Ундай юлға барамы?

Һаҙлыҡта аҙашҡан ҡыҙҙар

Унан сыға аламы?

Шайтандарҙың ҡотҡоһона

Кемдәр генә бирелмәй?

Ҡарағайҙай егеттәр ҙә,

Үлеп ҡала, терелмәй.

Улар бит алыҫ йөрөмәй

Ҡан тамыры аша аға.

Хәрәм ризыҡ ҡапҡандарға

Ҡанатын болғай, ҡаға.

Юлсыларҙы туҡтаталар,

Берәр сәбәбен табып.

Иманы буш әҙәмдәр

Йотоп ҡуя шул алып.

Әхмәт Раҡаев.

Ишмөхәмәт ауылы.
Читайте нас: