Һаҡмар
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
4 Ғинуар 2019, 15:11

Фирүзә Абдуллина

Ҡанатлы булһын хыялдар, Маҡсаттар булһын бейек, Өмөттәр булһындар яҡты, Ғәмәлдәр булһын бөйөк!

  • Үткән йылға рәхмәт

  • Рәхмәт һиңә, үтеп киткән йылым!
    Һин лайыҡһың көслө алҡышҡа,
    Күпме ҡыуаныстар бүләк иттең,
    Күңелемде кумдең балҡышҡа.


  • Рәхмәт һиңә, ун һигеҙенсе йыл!
    Күпме хаталарҙы төҙәттең,
    Күкрәгемдә яңы көстәр тоям,
    Тибештәре дәртле йөрәктең.


    Рәхмәт һиңә, бәрәкәтле йылым!
    Уңдырышлы булдың, табышлы.
    Ошо сифаттарың булһын ине
    Килер йылдарға ла йоғошло!



  • Йылым үтте…


    Өлгөрмәй ҙә ҡалдым – йылым үтте,
    Сабып-елеп үтә йылдарым,
    Бәхет тулы үткән йылдарымды
    Сағылдырһын ине йырҙарым!


    Үткән йылым – үҙе бер дан ғүмер,
    Үкенерлек түгел көндәрем,
    Елеп-сабып үткән көндәремдә
    Гөрләп сәскә атты гөлдәрем.


    Эй, ғүмерем! Ашыҡмайса ғына

    Үт инде һин, бер үк сабышма!

    Был донъяла күпме серҙәр ята,

    Һәр яңы көн – үҙе табышмаҡ!


    Һәр бер яңы көндән яңы шатлыҡ,

    Яңы бәхет көтөп йәшәйем,

    Шуға күрә танһыҡ көҙҙәрем дә,

    Матур миңә яҙым, ҡыш, йәйем.


    Үткән ғүмеремә үкенергә
    Тура килмәҫ, беләм, һис ҡасан,
    Шуға күрә һәр көнөмдө матур

    • Йәшәп үтһәм ине исмаһам?!



    Яңы йылды

    яңғыҙ ҡаршылама!



    Яңы йылды яңғыҙ ҡаршылама –

    Яңғыҙлыҡтан Хоҙай һаҡлаһын!

    Кем ҡаҡһа ла ҡаҡһын ишегеңде,

    Тик яңғыҙлыҡ ҡына ҡаҡмаһын!


    Яҡындарың килеп шаҡыһындар –

    Яратҡанын һиңә белдереп,

    Дуҫтар-әхирәттәр килеп баҫһын,

    Юҡ-бар һөйләп, көлөп-көлдөрөп!


    Таныштарың инеп ҡотлап сыҡһын,

    Инһен әйҙә таныш түгелдәр,

    Тик бикләмә, зинһар, йөрәгеңде –

    Бәхетле тик асыҡ күңелдәр!


    Һаулыҡ, байлыҡ, шатлыҡ инеп тулһын,

    Түрҙән урын алһын мөхәббәт,

    Ихтирамды, иғтибарҙы индер,

    Булһын бергә иман, мәрхәмәт.


    Күңелең дә, асыҡ ишек кеүек,

    Бикләнмәһен бер үк йоҙаҡҡа,

    Яңғыҙлыҡта бер аҙ ял ит, ләкин

    Аҙға ғына, түгел оҙаҡҡа!


    Яңы йылды яңғыҙ ҡаршылама –

    Яңғыҙлыҡтан Хоҙай һаҡлаһын!

    Изге уйҙар, ғәмәлдәрең өсөн

    Фәрештәләр һине яҡлаһын!


    Яңы йылды ҡаршылап…



    Эт йылы ла үтеп бара,

    Ҡалды бары сәғәттәр,

    Иҫке йылда тороп ҡалһын

    Бөтә насар ғәҙәттәр.


    Киләһе йылға инәйек

    Изгелек эшләр өсөн,

    Иңдәребеҙҙә тояйыҡ

    Дуҫлыҡ, татыулыҡ көсөн.


    Ҡанатлы булһын хыялдар,

    Маҡсаттар булһын бейек,

    Өмөттәр булһындар яҡты,

    Ғәмәлдәр булһын бөйөк!


    Алып кил беҙгә, ҡуй йылы

    Татыулыҡ, муллыҡ, байлыҡ,

    Юлдаш булһын йыл буйына

    Шатлыҡ! Мөхәббәт! Һаулыҡ!


    Фирүзә Абдуллина


    Теги:яңы йыл
    Читайте нас: