Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шиғриәт
18 Декабрь 2018, 17:11

Шиғырҙар шәлкеме

Башҡорт ҡаны башҡортостанда йәшәйем мин, башҡорт йырын йырлайым. Мәктәбемдә тырышып уҡыйым, Хыялыма тура атлайым. башҡорт ҡаны аға миндә, Шиғыр һәм йыр күңелемдә. Яҡты, тыныс булһын иртә, башҡортостан тигән еремдә. башҡортостан тиеп ғорур торам, ирәндегемә мин һоҡланам. бигерәк тә матур ағып ята, район биҙәге – Һаҡмарым.

Эх, йондоҙҙар...


Күккә һоҡланып ҡарағаным бар,

Ҡарағаным бар яңғыҙ уйланып.

Тик йондоҙҙар миңә һәр саҡ

Яҡты юл күрһәтте йылмайып.

бер ҡараһаң, серҙәш һымаҡ улар,

Аңлаған да төҫлө ҡайғымды.

Әгәр мөмкин булһа дуҫым итер инем

Күктәге мин бөтә есемде.

Эх, йондоҙҙар, киң йыһандың

Мәңге алсаҡ, көләс ҡыҙҙары.

бер мөғжизә тыуып ҡапыл һеҙгә

Сыңрап ҡына ишетелһә ине

Ярһыу йөрәгемдең йырҙары.


Әсәй


Донъялағы тылсымлы һүҙҙәренең,

Иң наҙлыһы, иң яҡыны – әсәй!

Ихлас йөҙлө, саф күңеле менән

“Балам” тиеп өҙөлөп йәшәй.

Оҫта ҡуллыһың һин, әсәкәйем,

Ҡулдарыңдан килмәгән эшең юҡ.

Ойоҡбаштарың шундай йылы,

Аштарың тәмле, тел йоторлоҡ.

Көн дә беҙҙең өсөн өҙөләһең,

Ҡыуанысың менән уртаҡлашаһың.

“Балаларым – ҡыуанысым” тиеп,

Сәсебеҙҙән беҙҙең һыйпайһың.

Вилиә Кинйәбаева.

Сыңғыҙ ауылы.
Читайте нас: