Бөтә яңылыҡтар
Шәхси хужалыҡ
17 Февраль 2022, 14:20

Һәр кем яратҡан ҡоймаҡ

Манный ярмаһы ҡушып, әсетеп ҡоябыҙ был юлы

1 стакан манный

- 0.5 л. һыу

- 2-3 аш ҡалағы он-

-1 сәй ҡалағы әсетке

ҡаймаҡ ҡуйылығана тиклем болғатып, 1,5-2.00 сәғәткә йылы урынға әсетергә ҡуйырға.

Күтәрелгәс:
- 0.5 л. ҡайнаған һөт өҫтәйбеҙ (ҡуйылығына ҡарап тигеҙләйһең инде)
- 0.5 с.ҡ. тоҙ,
- 1 с.ҡ. шәкәр
- 1-2 йомортҡа

Ҡыҙған майлы табаға ҡоябыҙ. Бик тәмле килеп сыға. Ашығыҙ тәмле булһын!

Һәр кем яратҡан ҡоймаҡ
Һәр кем яратҡан ҡоймаҡ
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: