Бөтә яңылыҡтар
Шәхси хужалыҡ
14 Февраль 2022, 10:00

Аяуһыҙ тере ҡорал

Бындай эттәр бер ҡасан да ас ҡалмай. Улар кешегә күренмәй генә уның кәртә-ҡураһындағы ҡош-ҡортон ғына түгел, ваҡ малын да ҡырып сыға. Ә инде улары ла булмаһа, эттәр кешеләргә, айырыуса балаларға ла ташлана ала...

Аяуһыҙ тере ҡорал
Аяуһыҙ тере ҡорал

Быйылғы ҡыш берәҙәк эттәр менән ҡурҡыныс хәл-ваҡиғалар йыш тыуа. Был республикала ла, тотош илдә лә күҙәтелә. Үкенескә ҡаршы, беҙҙең ҡаланың урамдары буйлап та эттәрҙең өйөрө менән йөрөгәнен күрергә тура килә. Әлбиттә, бының менән шөғөлләнгән шәхси эшҡыуар, ҡала биләмәһе етәкселеге хәлде контролдә тоторға тырыша, әммә эттәр бит бер көн урында, икенсе көнөнә ҡаланың бөтөнләй башҡа өлөшөндә була.

Ни өсөн был проблема һуңғы йылдарҙа айырыуса ҡатмарлашты һуң? Барыһы ла йорт хайуандарын яҡлаған закон ҡабул иткәндән һуң башланды. Элек берәҙәк эттәрҙе-бесәйҙәрҙе ағыуларға йә атырға мөмкин булһа, хәҙер быны закон тыйҙы. Шуға күрә ҡарауһыҙ йөрөп, өйөргә ҡушылған эттәр ҙә артты. Яңы закон буйынса берәҙәк хайуандарҙы тоталар, стерилләйҙәр, чип ҡуялар һәм кире... урамға сығарып ебәрәләр. “Ни өсөн эттәр приютта ҡалмай һуң?”- тип һорарһығыҙ. Кем Баймаҡ приютында булғаны бар, улар бында бар берәҙәк эттәрҙе һыйҙырып бөтөп булмауын яҡшы аңлар. Урын бик әҙ, улары ла буш түгел.

Стерилләнеп, чип ҡуйылғандан эттәр хәүефһеҙ булып китәме? Юҡ, әлбиттә. Уларҙың агрессив булыуын, кешеләргә ташланыуын бының менән үҙгәртеп булмай. Хәтерегеҙҙә булһа, бынан бер нисә йыл элек Өфө янындағы хайуандар приютында ҡот осмалы хәл булғайны. Эттәр уны емереп сығып китә һәм бәләкәй ҡыҙҙы талап үлтерә. Был фажиғәне ишеткәс, приюттың хужаһы (ә ул йәш ҡатын була) үҙ-үҙенә ҡул һала.

Йыл башланыу менән беҙ Забайкальела эттәрҙең ете йәшлек ҡыҙҙы талап-өҙгөсләп үлтереүен ишеттек. Ундай хәл кескәй малай менән былтыр беҙҙең республикала ла булды. Күп тә үтмәне тағы бер ҡурҡыныс хәбәр: кис эштән ҡайтып барған ҡатынға эттәр һөжүм иткән һәм уны өҙгөсләп үлтергән.

Тимәк, закон йәнлектәрҙе яҡлап, тотош йәмғиәтте хәүеф аҫтына ҡуйҙымы? Әммә бәләнең бар башы кешеләрҙең үҙенә ҡайтып ҡала бит. Яҙ етеү менән кешеләр төҙөп ятҡан йорттары янына ашыға. Төҙөлөш материалдарын һаҡлау өсөн эт ( хатта ике-өс этте!) алып ҡайтып бәйләп ҡуя. Көҙгө һалҡындар төшөү менән, йорт һалыу туҡтай. Хужа кеше бәйҙә торған эттәрен ысҡындыра ла, йылы фатирына ҡайтып китә. Хайуандар урамда тороп ҡала һәм үҙ йүнен үҙенсә күрә. Ә был кешеләр яҙғыһын төҙөлөшөн тағы башлай һәм ... тағы ла эттәр ала.

Шул уҡ хәл баҡсаларҙа ла күҙәтелә. Баҡсасылар уңышын бурҙарҙан һаҡлау өсөн эт алып килеп бәйләй. Унан йәшелсә-емешен йыйып алғас, баҙҙағы банкалары бөткәс, мәхлүкте ҡыуып сығара.

Тағы бер бәлә, ул – тоҡомло эт һатып алыусылар. Баймаҡ приютында булғанда моңһоу ҡарашлы алабай тоҡомло эт иғтибарымды йәлеп итте. Магнитогорск питомнигында алабайҙың көсөктәрен ун-ун биш меңгә һаталар, шуға күрә аптырап уның бында нисек килеп юлығыуын һораным. Яуап күптәрҙе аптыратыр. “Алабайҙы йәш ғаилә һатып алған. Унан эт ҙурая башлағас, эттән балалары ҡурҡҡан. Шуға күрә бында алып килеп тапшырҙылар ҙа: “Беҙ эт улай ҙур булып үҫер тип уйламаныҡ”,-тип киттеләр. Шуға бында йәшәй”,-тине приют хужаһы Динис Усманов. Әйткәндәй, Динис приюттағы эт-бесәйҙәрҙе бик яҡшы ҡарай, уларға хужа табыу өҫтөндә тырышып эшләй.

Өйгә эт алыу, бигерәк тә барып ҡайҙандыр һатып алыу ҡайтыу – уйын эш түгел бит. Хәҙер интернеттан ҡарайһың һәм хайуандың бар холҡон, нисек үҫәсәген, ниндәй ҙурлыҡта буласағын беләһең. Әммә яуапһыҙ кешеләр арҡаһында урамда бәләкәй генә, йолҡош хайуандар түгел, ә бүре ҙурлығындай агрессив эттәр күбәйҙе. Сөнки тоҡомло эттәр айырыуса ҙур тәрбиәгә, өйрәтеүгә мохтаж. Уларҙың аҡылына ла иҫең китер. Улар хужаһының кәйефен тулыһынса тоя һәм шуға ҡарап эш итә. Хәҙер бына күҙ алдына килтерегеҙ: беҙҙең урамдар буйлап шундай тоҡомло, әммә берәҙәк эттәр йөрөй. Улар кешеләрҙең ҡыланышына ғына түгел, нисек атлап барыуына ҡарап, ике аяҡлыларҙың кәйефен тоя. Бынан тыш тәбиғәттән бирелгән аҡыл тоҡомло эттәргә теләһә ниндәй шарттарҙа ла имен ҡалыу һәләтен биргән. Улар тирә-яғындағы тормошҡа тиҙ яраҡлаша һәм агрессив, аяуһыҙ тере ҡоралға әүерелә. Бындай эттәр бер ҡасан да ас ҡалмай. Улар кешегә күренмәй генә уның кәртә-ҡураһындағы ҡош-ҡортон ғына түгел, ваҡ малын да ҡырып сыға. Ә инде улары ла булмаһа, эттәр кешеләргә, айырыуса балаларға ла ташлана ала. Сөнки хайуандар тәбиғи закон йәғни нисек булһа ла тере ҡалыу ҡануны менән йәшәй. Шулай булғас беҙҙең фажиғәләрҙә эттәр ғәйеплеме? Юҡ. Уларҙы кешелеккә ҡаршы тере ҡоралға әүерелдергән йәмғиәт ғәйепле.

Проблеманы нисек хәл итергә һуң? Тәү сиратта һәр кем йортондағы хайуандар өсөн яуаплылыҡ тойоп өйрәнергә тейеш. Эт йә бесәй, башҡа йәнлек алыр алдынан йөҙ мәртәбә уйлағыҙ. Һеҙ уларға тейешле ваҡыт бүлеп, тәрбиә бирә алаһығыҙмы? Ә инде тоҡомло, агрессив эттең көсөгөн һатып алғанда миллион мәртәбә уйлап ҡарағыҙ. Бындай эттәргә айырыуса ныҡлы иғтибар кәрәк. Улар тик бер кешене үҙенең хужаһы тип таный, ҡалғандарҙы ул “түҙә” генә. Әммә хужаһы уны ташлаһа, сығарып ебәрһә, бындай эттәр аяуһыҙ йыртҡысҡа әүерелә.

Стерилләү һәм чип ҡуйыу ғына әлегә проблеманы хәл итерлек түгел. Тимәк, эттәрҙе бикләргә кәрәк. Әммә уларҙың барыһын һыйҙырырлыҡ приют бармы һуң? Эттәргә еткерерлек аҙыҡ булырмы? Әле Баймаҡ приютын алып ҡарағанда ла, эт һәм бесәйҙәрен ошонда ташлап киткән кешеләр килеп тә урамай бит. Ҡалдырып киткәс, аҙнаһына бер барып булһа ла, хайуандар өсөн аҙыҡ тапшырһалар ине. Юҡ, ташланылар һәм оноттолар!

Әгәр беҙ бөгөндән был проблемаға дөрөҫ баһа биреп, йорт хайуандарына булған ҡарашыбыҙҙы үҙгәртмәһәк, киләсәктә береһенән-береһе ҡурҡыныс фажиғәләрҙән тетрәнеүҙәр кисерәсәкбеҙ. Һеҙ кисә сығарып ырғытҡан эт үҙегеҙҙең балағыҙға ташланмаясаҡ тип тулы ышаныс менән әйтә алаһығыҙмы?..

Гүзәл Иҫәнгилдина.

P/S “Бер ай эсендә ике бесәй балаһын “Магнит” магазинына алып барып ырғыттым. Береһе туҡтауһыҙ мыяулай, икенсеһе бүлмәгә “эш боҙған”. Берәй һәйбәт кенә бесәй балаһы табыр кәрәк ине”.

Пенсия йәшендәге ике ханымдың һөйләшеүенә осраҡлы шаһит булып, берәҙәк хайуандар проблемаһы беҙҙең менән оҙаҡҡалыр, тигән күңелһеҙ фекергә килдем...

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: