Бөтә яңылыҡтар
Шәхси хужалыҡ
31 Май 2020, 12:25

Себештәргә һөжүмде иртә башланылар

Кешеләр бәпкә-себеш алып, улар әҙерәк үҫеп тә өлгөрмәне, уйламағанда йәтсә, көҙәндәр һөжүм итә лә башланы. Ғәҙәттә, кешеләрҙең ихаталарына көҙгөһөн "төшкән" йәнлектәргә нимә булған? Уларҙан нисек һаҡланырға? Ҡурағыҙ янында ҡый өйөмдәрен тотмағыҙ. Сөнки был йәнлектәр унда эйәләп, төнгә тиклем шунда йәшенеп ятасаҡ. Эттәр ҙә ярҙамға килер...

Иң тәүҙә кетәктәрҙе төрлө яҡтан нығытырға, серегән иҙән таҡталарын алмаштырырға кәрәк. Ҡыйыҡты ла онотмағыҙ. Был йәнлектәр өҫтән дә үтеп инә ала. Шулай уҡ нигеҙ ныҡ булырға тейеш. Сөнки ҡош-ҡортто ашаған йәнлектәр кәртәгә ерҙе аҫтан ҡаҙып та инә.

Ҡурағыҙ янында ҡый өйөмдәрен тотмағыҙ. Сөнки был йәнлектәр унда эйәләп, төнгә тиклем шунда йәшенеп ятасаҡ.

Йәнлектәр ҡош-ҡортҡа беренсе көндө үк ташланмауын да онотмағыҙ. Тәүҙә улар “разведкаға” йөрөй. Быны һеҙ иртәнсәк ҡош-ҡорттоң үҙен тотошонан белерһегеҙ. Йәнлектәр килеп киткәндән һуң ҡоштар тынғыһыҙға әүерелә, кетәктән сыҡмайҙар.

Йәтсә менән көҙән бер төн эсендә бар ҡош-ҡортто һәләк итһә, һыуһарҙар көн һайын берәр ҡошто ташый.

Әгәр йәнлектәрҙе тоторға уйлаһағыҙ, һеҙгә төнөн йоҡламаҫҡа кәрәк буласаҡ. Тик ҡалын һәм ныҡ бирсәткәләр кейергә онотмағыҙ. Сөнки был йәнлектәрҙең тештәре лә, тырнаҡтары ла бысаҡтан да үткер. Шулай уҡ уларға ҡаршы ҡапҡандар ҡуйырға була. Тик хәйләкәр йәнлектәр уларҙы урап үтеүе лә ихтимал. Хәҙерге ваҡытта ошондай йәнлектәрҙе, кимереүселәрҙе ҡурҡытҡан электрон ҡоролмалар ҙа бар. Ул кешенең ҡолағы ишетмәгән (әҙәм балаһына зыяны ла юҡ), әммә йәнлектәрҙең ҡотон алған тулҡындар ебәрә. Бындай ҡоролмаларҙы электрон магазиндарында йәки интернет аша таба алаһығыҙ.

Шулай уҡ йәнлектең хәрәкәтенән тоҡанған фонарҙәр ҙә бар. Ул ҡапыл яҡтыртып, йәнлекте ҡурҡыта. Тулҡын ебәргесте лә фонарҙе лә ҡош-ҡорт торған ергә урынлаштырырға кәрәк.

Ҡайһы бер кешеләр кәртәгә дегет һөртөп сығыу ҙа, был йәнлектәрҙе ҡурҡыта, ти. Эйе, улар был еҫте яратмай, унан ҡурҡа. Тик йәнлектәрҙең һеҙ дегет һөртмәгән ерҙән килеп төшөүе ихтимал икәнлеген онотмағыҙ. Ә бына кәзә еҫен улар ысынлап та урап үтә. Шуға күрә ҡайһы бер хужалар тауыҡ кетәктәренә кәзә тиреһен ҡырҡҡылап ташлай.

Ҡош-ҡорт торған ергә этте бәйләп ҡуйырға ла була, йәнлектәр уның тауышынан уҡ ҡурҡа.

Читайте нас: