Һаҡмар
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шәхси хужалыҡ
29 Май 2020, 22:45

Ҡош киҙеүе - ҡурҡыныс ауырыу

-Ҡош киҙеүе тураһында берсә көн – төн һөйләйҙәр, берсә бөтөнләй өндәшмәйҙәр. Ул ауырыуҙың ниндәй билдәләре бар? Кеше өсөн ҡурҡынысмы?Эйе, был сирҙән һаҡоаныу мөһим. Ул ҡоштан кешегә лә йоғоуы мөмкин...

Ҡош ҡиҙеүе – йорт һәм ҡырағай ҡоштарҙың аш эшкәртеү, тын алыу органдарын зарарлап, уларҙы күпләп үлтереүсе киҫкен йоғошло ауырыу. Сирле йорт ҡоштарында тәбиғи булмаған ҡылыҡ күҙәтелә: хәрәкәттәре үҙгәрә (башын борғолай, муйыны ҡыйшая), ҡыуыу-саҡырыуҙы бар тип тә белмәй, йомортҡа һалыу ҡырҡа кәмей, ашамай, хәлһеҙләнә, эсе китә, ауыр итеп тын ала, тартыша, йүткерә, сөскөрә, танау тишектәренән ҡан килә, йөндәре тырпайып тора. Тауыҡтарҙың кикереге һәм һаҡалы шешенеп, күгәреп тора. Ҡош киҙеүен таратыусы сығанаҡ – сирле ҡош һәм уның тәбиғи хәжәте.

Ҡош киҙеүе вирусы ҡоштарҙан кешегә йоғорға мөмкин (сирле ҡошҡа ҡағылғанда, сирле ҡош йомортҡаһын йәки итен тейешенсә бешереп еткермәй ашағанда.

Ҡош киҙеүе, башҡа вируслы йоғошло сирҙәр кеүек үк, тиҙ үҙгәреүе – мутацияға бирелеүе менән хәүефле. Вирус яңы шарттарға һәм йәшәү мөхитенә бик тиҙ яраҡлаша, һөҙөмтәлә ҡош киҙеүе ҡоштарҙан кешегә генә түгел, кешенән кешегә лә күсә ала. Ә бит кешелә ҡош киҙеүенә ҡаршы иммунитет юҡ һәм был сирҙе йоҡторған осраҡта хатта бына тигән һау-сәләмәт кеше лә ныҡ ауырырға мөмкин.

Кешелә ҡош киҙеүе билдәләре ҡәҙимге грипп билдәләренә оҡшаш: үтә юғары температура, ауыр тын алыу, йүткереү, тамаҡ һәм мускулдар ауыртыуы. Әгәр ҡошҡа ҡағылырға тура килгәндән һуң ниндәйҙер киҫкен респиратор (грипҡа оҡшаш) сир башланһа, кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Бынан тыш, шәхси гигиена талаптарын да онотмағыҙ. Ҡош-ҡортто махсус өҫ һәм аяҡ кейемендә генә тәрбиәләгеҙ, был кейемдәрҙе даими таҙартығыҙ, йыуығыҙ. Урамда үлгән ҡош күрһәгеҙ, ҡағылмағыҙ. Ҡырағай ҡоштар тупланған урындарҙан ситтәрәк йөрөгөҙ.

Ҡошсолоҡ продукттарын аҙыҡ итеп файҙаланыр алдынан мотлаҡ ныҡлап бешерегеҙ. Ентекләп йыуылған ҡош итен кәмендә 30-40 минут бешерергә йәки ныҡ итеп ҡыҙҙырырға кәрәк. Йомортҡаны сейләй йәки яртылаш ҡына бешереп ашамағыҙ.

Читайте нас: