Ҡар әрселер-әрселмәҫтән баш ҡалҡытҡан йәшел һуғанды һәр баҡсала күрергә була. Уның үҙенән-үҙе үҫкәненә күнегеп тә бөткәнбеҙ. Шул уҡ ваҡытта ҡара һуғандың бөйөрө, бауыры, йөрәге ауыртҡан кешеләргә бик файҙалы булыуын белеп тә етмәйбеҙ. Шулай уҡ уны быуындарға тоҙ ултырғанда (подагра), юғары ҡан баҫымынан, эс киткәндә ҡулланалар. Ул организмдағы артыҡ һыуҙы ҡыуып сығарыу сифатына эйә. Ҡара һуған аскорбин кислотаһына бай. Шул уҡ ваҡытта ашҡаҙан, гастрит, панкреатит менән сирлеләргә бар төр һуғанды ла һаҡ ҡулланырға кәрәк. Әйткәндәй, ҡара һуған Ҡытай мединицаһында киң ҡулланыла.
Ҡара һуғанды үҫтереү бер ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Тик 5-6 йыл һайын уның урынын алмаштырыр кәрәк. Ул борсаҡлы культуралар, кәбеҫтә, ҡабаҡ, ташҡабаҡтан һуң ултыртҡан тупраҡты ярата. Ә бына томат, һарымһаҡ, башҡа төр һуған, ҡыяр, кишерҙән һуң ҡалған ергә уны сәсергә кәңәш ителмәй. Ҡара һуған ҡоролоҡто яратмай. Ағас көлө ашламаһында яҡшы үҫә. Ҡара һуғанды апрелдә, июндә, октябрҙә сәсергә була. Йыл дауамында ҡара һуғанлы булырға теләһәгеҙ, көҙгөһөн йәшниккә ултыртып, тәҙрә төбөндә лә ҡалдыра алаһығыҙ.
Ҡайһы бер баҡсасылар ҡара һуғандың тиҙ һарғайыуына һәм ҡатыуына зарлана. Бының сәбәбе – һыу етмәү. Һыуһыҙ һуған тиҙ һарғая, ҡата һәм орлоҡ бирә башлай. Ҡара һуған үҫкән тупраҡҡа һыу 20 сантиметр тәрәнлеккә үтеп инергә тейеш. Ямғырҙарҙан һуң һуғандарҙың төбөн йомшартырға ла онотмағыҙ.
Ҡара һуғанды бер миҙгелдә 2-3 мәртәбә ҡырҡып, йыйып алалар. Полиэтиленға һалынған һуған һыуытҡыста бер айға тиклем һаҡлана. Әгәр был йәшел тәмләткескә оҙағыраҡ һөйөнөргә теләһәгеҙ, уны йыуып, киптереп, ҡапҡаслы һауыттарға һалып, туңдырғысҡа ҡуйығыҙ. Шулай уҡ ҡара һуғанды киптереп тә һаҡлайҙар.
Көҙҙөң һуңғы айҙарында ҡара һуғанды ҡырҡып, ҡышҡылыҡҡа әҙерләйҙәр. Тик төбөнә тиклем ҡырҡмағыҙ, сөнки тамырҙары ғына тороп ҡалған һуған ҡаты ҡыш айҙарында һәләк булыуы бар. Шуға күрә 2-3 см ҡалдырып ҡырҡығыҙ.
Ҡуҙғалаҡ
Бер урында 5 йыл үҫә ала. Уны тәрбиәләүе, үҫтереүе ауыр түгел. Иң мөһиме – дөрөҫ урынға ултыртыу. Ҡуҙғалаҡ тура төшкән ҡояш нурҙарын һәм 27 градустан артҡан эҫелекте яратмай. Шуға күрә уны ҡояш иртәле-кисле төшкән, күләгә төшкән урынға ултыртырға кәрәк. Түтәлдә һыу йыйылмаҫҡа тейеш. Сөнки бындай урында ҡуҙғалаҡтың тамырҙары серей башлай. Үҙенән алда петрушка, укроп, һуған, ҡабаҡлылар үҫкән ерҙә ул “ҡотороп” үҫә. Ҡуҙғалаҡты өс мәртәбә ашлар кәрәк. Март урталарында тиҙәкте 1:8 өлөш һыуға бутап, шуны һибеп сығалар. Май аҙағы – июнь башында фосфор-калий ҡушылмаларын, август айында калий тоҙон индерәләр. Ҡуҙғалаҡты көл менән ашларға тәҡдим ителмәй.
Ҡуҙғалаҡты яҙғыһын йәки көҙҙөң һуңғы айҙарында күсереп ултырталар. Бынан бер аҙна алда уның япраҡтарын ҡырҡып алалар. Күсереү өсөн 2-3 йыллыҡ ҡуҙғалаҡты һайлап алығыҙ һәм уның тамырҙарын 10 сантиметрға тиклем ҡырҡығыҙ. Яҙғыһын шул рәүешле күсерелгән тәмләткесегеҙ бер айҙан уңыш бирә лә башлар.
Ҡуҙғалаҡтың япраҡтарын 15-20 көн һайын ҡырҡып алырға кәрәк. Иртәле-кисле йыйылған япраҡтар тәмлерәк була. Ҡуҙғалаҡ сәскә атҡандан һуң уның тәме насарая. Сәскә биреп ултырған һабаҡтарҙы ҡырҡып ташлағыҙ. Был һеҙгә артабан да ҡуҙғалаҡты ҡулланырға мөмкинселек бирер. Ҡуҙғалаҡтарҙың төбөн 2-3 см һалам йәки бысҡы онтағы менән күмеп сығыу, уларҙы иртә сәскә атыуҙан һаҡлар.
Ҡуҙғалаҡ организмдағы шлактарҙы сығарыуы, ҡанды таҙартыуы, ҡан баҫымын төшөрөүе, йөрәк-ҡан тамырҙарын, ашҡаҙан-эсәкте эшләтеүе, мейене активлаштырыуы, эске органдарҙағы, шул иҫәптән бауырҙағы шешеү процесын туҡтатыуы, бөйөрҙәрҙең эшен, тырнаҡ-сәсте яҡшыртыуы, энергия биреүе, иммунитетты күтәреүе, организмдағы шәкәрҙе һәм ҡандағы холестеринды әҙәйтеүе менән дан ала. Ауырлы ҡатындарҙы ул токсикоздан һаҡлай. Панкретатит, гастрит менән ауырығандарға ҡуҙғалаҡты ҡулланырға ярамай.
Йыуылған, киптерелгән ҡуҙғалаҡты һыуытҡыста бер ай, оҙағыраҡ итеп туңдырғыста һаҡларға мөмкин.
100 г редиста организмға бер тәүлеккә кәрәк булған С витамины бар. Уның составында онкология сирҙәренә ҡаршы көрәшкән антиоксиданттарҙың булыуы мөһим. Ғалимдар әйтеүенсә, редисты даими ашаған кешеләрҙең рак менән ауырып китеү мөмкинлеге 65% әҙәйә. С витамины күп булғанға был йәшелсә иммунитетты көсәйтә. Ә В витамины нервы системаһына яҡшы йоғонто яһай, йоҡоно яҡшырта, тынысландыра. Шулай уҡ редискала фитонцид – тәбиғи антибиотиктар бар. Киҙеү мәлендә, редисты ошо ауырыуҙы профилактикалау өсөн ҡулланалар. Атеросклероз, инсульт, инфаркт һ.б. йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан да ярҙам итә ул. Редистың составында булған горчица майы тәбиғи антисептик булып, эске органдарҙағы зыянлы микробтарҙы үлтерә. Шул уҡ ваҡытта панкреатит, гастрит менән ауырығандарға редисты ҡулланыуҙан тыйылырға кәрәк.
Редисты сәскәндән һуң 3-4 аҙнанан уны ашай башларға була. Күп баҡсасылар уны 10 көн һайын сәсә. Шул рәүешле редис уңышы йәй дауамында була. Редисты марттан майҙың аҙағына тиклем сәсәләр. Ә бына июндән уны ултыртыу кәңәш ителмәй. Сөнки оҙон, эҫе көндәрҙә редис тиҙ генә сәскә ата, уңышы булмай тиерлек. Әгәр шуға ҡарамаҫтан был йәшелсәне июндә лә ашарға теләһәгеҙ, уның түтәлен киске 7-нән иртәнге 7-9-ға тиклем ҡара материал (спанбонд, лутрасил) менән ҡапларға кәрәк. Шулай уҡ тиҙ сәскә атмаған “Дуро”, “Дуро краснодарское”, “Малага”, “Ням-ням” сорттарын сәсергә була. Артабан редисты бер проблемаһыҙ августан үҫтерергә мөмкин. Яҙғыһын ултыртылған редисҡа – ҡояшлы, ә йәйгеһен ярымкүләгә кәрәк. Ташлы урындарҙы яратмауын онотмағыҙ. Редис ҡоролоҡто яратмай һәм уның ерен йомшартып торор кәрәк. Уны көл, ҡош тиҙәге (1:20), үләндәр төнәтмәһе (кесерткән, ромашка, пижма) менән ашлайҙар. Тәмле редисты төрлө бөжәктәр ҙә ярата. Уларҙан ҡотолоу өсөн, һыу һипкәндән һуң, йәшелсәгә көл һибеп сығығыҙ. Шулай уҡ 20 г һуған ҡабығына 1 литр эҫе һыу ҡойоп, 1 тәүлек төнәтегеҙ. Ошо шыйыҡса менән редисҡа һиптереү уны төрлө бөжәк-ауырыуҙарҙан һаҡлар.