Һаҡмар
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Шәхси хужалыҡ
8 Октябрь 2019, 23:18

Баҡсаны яңы миҙгелгә әҙерләйбеҙ

Мул уңыш биргән ағастар хәлһеҙләнә, азот, фосфор, калий ашламаларына һәм башҡа микроэлементтарға мохтажлыҡ кисерә башлай. Хәлһеҙ ағастар ҡышҡы һалҡындарға ла еңел бирешә. Шуға күрә алмағас, грушаны йыл әйләнәһенә ашлайҙар.

Алмағас, груша

Мул уңыш биргән ағастар хәлһеҙләнә, азот, фосфор, калий ашламаларына һәм башҡа микроэлементтарға мохтажлыҡ кисерә башлай. Хәлһеҙ ағастар ҡышҡы һалҡындарға ла еңел бирешә. Шуға күрә алмағас, грушаны йыл әйләнәһенә ашлайҙар. Мәҫәлән, беҙҙең тупраҡ шарттарында йәш алмағас, груша төптәренә 8-10 килограмм серетмә йәки торф, 100-150 грамм суперфосфат, 30-50 грамм хлорлы калий индерелә, 5-6 йыллыҡ алмағас төбөнә суперфосфат — 200-300 грамм, калий тоҙо 800-100 грамм кәрәк булһа, 10-12 йыллыҡтарға был күләм икеләтә арттырыла. Артабан тамырҙарға зыян килтермәй генә ағас төптәрен йомшартығыҙ.

Беҙҙең һауа шарттарында ағастар, ҡыуаҡтар август айында уҡ үҫешен туҡтата һәм ҡышҡа әҙерләнә башлай. Ләкин ҡайһы бер йылдарҙа — көҙ ямғырлы, йылы килгәндә — йәш алмағас үҫеүен дауам итә. Бындай үҫемлектәрҙең бөрөләре ҡышҡа әҙерләнмәгән була, шуға күрә ҡышҡы һалҡындарҙа улар йыш ҡына туңып һәләк була. Бындай осраҡта алма бирмәгән йәш үҫентеләрҙе азотлы ашлама менән ашлауҙан, һыу һибеүҙән тыйылыр кәрәк.

Дымлы тупраҡ, ғәҙәттә, тәрән туңмай, шуға күрә еләк-емеш ағастары һалҡын ҡышты еңел үткәрә. Шуға күрә, ямғыр яумаһа, һалҡындар башланыр алдынан ағас төбөнә күп итеп һыу һибергә кәрәк. Тупраҡты эшкәрткәндән һуң, ағас төптәрен тиреҫ, торф йәки бысҡы вағы менән ҡаплайҙар.

Ҡарағат

Ҡайһы бер баҡсасылар ҡарағат ҡыуаҡтарын ҡышҡылыҡҡа күтәреп бәйләп ҡуя. Эйе, был ысул ҡар күп ятҡан ерҙә үҙен аҡлай. Әммә күп осраҡта бәйләнгән ҡарағаттың бөрөләре туңа. Шуға күрә бөтә төр емеш ҡыуаҡтарын да ҡар аҫтында ҡалдырыуҙы хәстәрләү отошлораҡ булыр. Ҡарағат ҡыуаҡтарының ҡартайған, һынған, ауырыу ботаҡтары ҡырҡып алырға онотмағыҙ. Ҡыуаҡ тирәһен йомшартығыҙ, унан тиреҫ, торф һалығыҙ.

Ҡурай еләге

Ҡарағат, ҡурай еләге бер урында 8-9 йыл үҫтерелә. Шуға оҙаҡ ултырғандарын тамыры менән йолҡоп ташларға, яңы еләктәр үҫтерергә кәрәк. Ҡурай еләге — ике йыллыҡ үҫемлек. Беренсе йыл буйға үҫә, икенсе йылында уңыш бирә лә ҡорой. Тәү сиратта ҡороғандары ҡырҡып алынырға тейеш. Һуңынан бер квадрат метрға 6-8 килограмм серетмә, 40-50 грамм суперфосфат, 20-30 грамм калий ашламаһы, ә яҙын 30-40 грамм азот ашламаһы индерелә. Унан тамырҙарына зыян килтермәй генә йомшартыла. Һанап үтелгән эштәрҙе тамамлағас, ҡурай еләктәрен бер-береһенә ҡаршы ҡуйып, ергә эйҙереп бәйләргә кәрәк.

Ер еләге

Ҡайһы бер баҡсасылар, ер еләгенең уңышын йыйып алғас та, япраҡтарын сабып алып яндыра. Һөҙөмтәлә, еләк көҙгө һалҡындарҙа уҡ туңып юҡҡа сыға. Ә бына япраҡтары булғандары бирешеп бармай. Еләктең тамыры тупраҡ ҡатламының өҫкө өлөшөнә таралып үҫә. Шуға күрә ул асыҡ ятҡан ерҙәрҙә 15 градус һалҡында ла туңа. Шуға күрә еләктең өҫтөн 5-7 сантиметр ҡалынлыҡтағы серетмә, торф йәки бысҡы вағы менән ҡаплағыҙ.
Читайте нас: