Бөтә яңылыҡтар
Шәхси хужалыҡ
26 Июль 2019, 21:37

Файҙалы ҡый үләндәре

Баҡса ултыртып та өлгөрмәнек, уны ҡый үләндәре баҫа ла башланы. Беҙҙең хужалыҡтарҙа иң таралғаны ул - аҡтамыр, кесерткән, дегәнәк, бәпембә. Уларҙы бөтөрөү өсөн ҡый үләндәрен тамыры менән йолҡоп тороу йәки ерҙе һөрҙөргәндән һуң даими рәүештә тырматып торорға кәрәк. Шулай уҡ “Торнадо” һ.б. ҡый үләндәренә ҡаршы йүнәлтелгән шыйыҡса ла ярҙам итә. Тик уның менән һаҡ эш итергә, бирсәткә кейеп эшләргә, һуңынан ҡулығыҙҙы-битегеҙҙе һабынлап йыуырға онотмағыҙ. Шул уҡ ваҡытта беҙ күп ҡый үләндәренең организм өсөн бик тә файҙалы булыуын онотоп ебәрәбеҙ йәки бөтөнләй белмәйбеҙ. Әйҙәгеҙ, көн дә көрәшкән ҡый үләндәренең файҙаһына иғтибар итәйек.


Дегәнәк

Үләндең файҙалы булмаған бер өлөшө лә юҡ. Япрағының үҙе лә, һуты ла файҙалы. Сит илдәрҙә уны махсус баҡсаларҙа үҫтереп ҡулланалар, аш итеп бешерәләр, йәш япраҡтарын ашайҙар. Һуты төрлө ауырыуҙарҙы дауалау өсөн яҡшы. Йәшел, матур япраҡтарҙы йыйып, һыуыҡ һыуға ике сәғәткә һалып ҡуйырға. Артабан иттурағыстан, йә ваҡ итеп турап япраҡ бутҡаһы яһайбыҙ. Кемдә һут һыҡҡыс бар – шунан сығарабыҙ. Һут һыуытҡыста 5-6 көн тора ала. Артығын яһамайбыҙ. Кемдер ҡышҡылыҡҡа яһайым тиһә, 50/ 50 спирт менән бутайбыҙ. Ашар алдынан ике сәғәт ҡала бер аш ҡалағы ярты стакан һыуға һалып эсәбеҙ. Көнөнә ике-өс тапҡыр эсһәң дә була. Балаларға бер аш ҡалағы. Профилактика өсөн дә, дауаланыу өсөн дә файҙаһы күп. Көслө сирең булғанда икешәр ҡалаҡ эсһәң дә була.
Уның файҙаһын эскән көнөндә үк һиҙеп булмаҫ. Ә бер-ике аҙнанан бөйөрҙәге таштар ирер, бауырҙан, үт ҡыуығынан сирҙәр китер, ашҡаҙан сәғәт һымаҡ эшләй башлар. Эсәктәрҙә беҙҙе көнө-төнө кимергән паразиттар, бактериялар юҡҡа сығыр. Дегәнәк япрағы иммунитетты ныҡ күтәрә. Йәй буйы эсеп, көҙгөлөккә тулыһынса һауығырға була. Хатта ревматизм, артрит кеүек сирҙәрҙең дә сигенүҙәре билдәле. Япраҡтарын парландырып ауыртҡан быуындарға ла бәйләйҙәр.
Тамырының файҙаһы ла ныҡ ҙур. Сентябрь-октябрҙә тамырын ҡаҙып алып, һалҡын һыуҙа йыуып, тышын таҙартаһың. Шунан ҡояш төшмәгән, елләп торған ерҙә киптерәләр. Бер сәй ҡалағы ваҡланған тамырҙы бер стакан ҡайнар һыуҙа төнәтергә. Хатта онкология сирҙәренән диета менән бер рәттән шул тамыр төнәтмәһе эсеп метастазаларҙан ҡотолған, тырышһа, был ауырыуҙан тулыһынса ҡотолоусылар бар. Әлбиттә, үләндәрҙе дауаланыу өсөн дә, организмдың иммунитетын күтәреү өсөн эскәндә лә организмда ниндәйҙер дәрәжәлә үҙгәрештәр башланырға, сирҙәр ҡуҙғалырға мөмкин.

Бәпембә

Бәпембәлә булған витаминдар һәм антиоксиданттар яман шештән һәм ҡанда шәкәрҙең күбәйеүенән һаҡлай, ҡалҡан биҙенең, бауырҙың һәм йөрәк-ҡан тамыры системаһының яҡшы эшләүенә булышлыҡ итә. Ул эренләгән яраларҙы, бешкән һәм туңдырған урындарҙы, оҙаҡ ятыуҙан тән боҙолоуын дауалай, һыу-тоҙ алмашыуына шифалы тәьҫир итә. Был күркәм үҫемлек көс биреүгә эйә була, кәйефте күтәрә, шуға ла үтә арығанда, борсолғанда һәм хроник арығанлыҡ билдәләрендә тәҡдим ителә.
Бәпембә сәскәһе бешерелгән һыу эс ҡатҡанда, йоҡоһоҙлоҡтан һәм ҡан баҫымы күтәрелгәндә ярҙам итә. Үҫемлектең спиртлы төнәтмәһен ревматизмда ауыртҡан урындарға һөртәләр. Сылатҡыс һәм компресс килеш быуындар ауыртҡанда ҡулланалар, ә һөлдәне нығытырға һәм һөйәктәрҙең ялғанып үҫеп китеүен тиҙләтеү өсөн үҫемлектең һутын саф килеш йәки кишер һуты менән ҡушып ҡабул итергә кәңәш бирелә.
Аяҡ ауыртҡанда бәпембә төнәтмәһе
Ярты литрлыҡ ҡараңғылатылған шешәне бәпембә сәскәһе менән тултырабыҙ, 2-3 флакон одеколон бушатабыҙ һәм 2-3 аҙна төнәтәбеҙ. Аяҡтар ауыртҡанда табандан тубыҡҡа тиклем ышҡымайынса һөртәбеҙ.
Аҙ ҡанлылыҡты дауалау
3 аш ҡалағы бәпембә сәскәһен һәм 3 аш ҡалағы кәкүк емешен (медуница) ҡушып бутарға. 2 аш ҡалағы кесерткән һәм 1 аш ҡалағы әрем өҫтәргә. 1 литр ҡайнар һыу һалырға. Көнөнә 6 тапҡыр 50-шәр мл төнәтмәне эсергә.
Эс ҡатҡанда һәм күпкәндә
1 аш ҡалағы бәпембә сәскәһенә бер стакан һыу һалып 15 минут талғын утта ҡайнатырға. Ярты сәғәт төнәтергә. Берәр ҡалаҡлап көнөнә 3-4 тапҡыр эсергә.

Бәпембә һутын нисек итеп эшләргә һәм һаҡларға?

Бының өсөн үҫемлекте тамыры, япраҡтары һәм сәскәләре менән ит үткәргес аша үткәрәләр һәм марля аша һығып сығаралар. Һаҡлау өсөн ярты литр һутҡа 100 г спирт йәки 400 г араҡы ҡушалар һәм стериль банкаларға бушаталар.
Һипкелдән төнәтмә
Бәпембәнең ағартыу үҙенсәлектәре уникаль. Бер ус бәпембә сәскәләренә бер стакан ҡайнар һыу һалырға. Төнәтмә һыуынғас, һөҙөргә һәм шешәгә һалырға. Мамыҡ тампоны ярҙамында һипкелдәр күберәк булған урындарҙы иртән һәм кис һөртөргә. Был төнәтмәне һыуытҡыста боҙ кубиктары итеп туңдырырға һәм шулар менән иртән битте һөртөргә мөмкин. Һипкелдәрҙе бөтөрә һәм бит тиреһен тонуслай, шешенгәнде бөтөрә.

Кесерткән

Кесерткән ашарға яраҡлы үҫемлектәрҙән иң тәүгеләрҙән булып баш ҡалҡыта. Ул витаминдарға бик бай. Аскорбин кислотаһы ҡара ҡарағат менән лимонға ҡарағанда – ике тапҡырға, ә каротин кишер менән һырғанаҡҡа ҡарағанда ла күберәк. Яҙғыһын организм витаминдарға һыуһаған ваҡытта кесерткән уның эшмәкәрлеген бик тиҙ яйға һала.
Составындағы кремний менән органик кислоталар организмдың зарарлы микробтарға, токсиндарға, радиация йоғонтоһона ҡаршы тороусанлығын көсәйтә. Ә К витамины ярҙамында ул ҡан туҡтатыу үҙенсәлегенә эйә. Шуға күрә кесерткәнде танау ҡанағанда һәм эске органдар (үпкә, бөйөр, эсәк, бала ятҡылығы) ҡанһырағанда ҡулланалар. Әммә кемдең ҡаны ҡуйы, уларға кесерткәнде ҡулланыу тыйыла. Был үҫемлектең япрағы хлорофилға бай. Ул матдәләр алмашыныуын яҡшырта, эсәктәрҙең, бала ятҡылығының, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм тын алыу үҙәгенең тонусын күтәрә. Кесерткән минераль матдәләргә, айырыуса тимергә бай. Һөҙөмтәлә ул ҡанда гемоглобиндың күтәрелеүенә булышлыҡ итә. Шуға күрә халыҡ медицинаһы йөрәк ауырыуҙарынан һәм аҙ ҡанлылыҡтан кесерткән төнәтмәһе эсергә ҡуша. Шәкәр диабеты менән ауырыусыларға ла күберәк кесерткән ашарға кәңәш ителә. Сөнки ундағы секретин инсулин барлыҡҡа килеүгә йоғонто яһай һәм шуның менән ҡандағы шәкәр кимәлен кәметеүгә булышлыҡ итә. Элек-электән кесерткәнде сәсте нығытыу өсөн ҡулланғандар. Кесерткәндән бик тәмле аш-һыу әҙерләргә лә мөмкин. Ваҡ ҡына итеп туралған япрағын ашҡа, бутҡаға, салатҡа, йомортҡаға ҡушалар. Әгәр ҙә киптерелгән япрағын ыуалаһаң, аш-һыуға ҡушыу өсөн витаминдарға һәм микроэлементтарға бай бик файҙалы тәмләткес килеп сыға. Кесерткәндән әҙерләнгән ризыҡтар зарарлы микроорганизмдарҙы юҡ итеүсе фитонцидтарға бай булыу сәбәпле, тиҙ генә боҙолоп бармай. Улар ашҡаҙан менән эсәктәр эшмәкәрлеген көйләүгә булышлыҡ итә. Кесерткәндән шифалы аҙыҡ әҙерләүҙең бер ҡыйынлығы ла юҡ, иң мөһиме, уның экологик йәһәттән таҙа булыуы.
Кесерткән япрағын май – июлдә йыялар. Унан һуң йыйһаң, файҙаһы булмаясаҡ. Уны ҡояшта киптерергә ярамай, юғиһә сәскәләре ҡойоласаҡ. Һабағы тиҙ генә һыныусан булһа, тимәк, ул кибеп еткәнде аңлата.
Кесерткән япрағынан щи
150 г йәш кесерткән япрағы, 50 г ҡуҙғалаҡ, 5-әр г кишер менән әнис, 20 г аҡ һуған һәм 15 г йәшел һуған, 5 г бойҙай оно, 10 г һары май, 15 г ҡаймаҡ, ярты йомортҡа, лавр япрағы, тоҙ, борос.
Кесерткән япрағын өс минут ҡайнар һыуҙа тотоп алырға һәм ваҡлап турарға, майҙа 10 – 15 минут ҡыҙҙырырға. Ваҡлап туралған кишер, петрушка, һуғанды ла майҙа ҡыҙҙырып алырға. Ҡайнап торған һурпаға кесерткән япрағын, ҡыҙҙырылған йәшелсәләрҙе, йәшел һуғанды өҫтәп, 20 – 25 минут ҡайнатырға. Бешеп сығыр алдынан тәмләткестәр өҫтәргә. Ҡаҙ үләненән, кесерткән япрағынан, юл япрағынан да щи ошо рәүешле әҙерләнә.

Әрем

Әремде халыҡ медицинаһында күп кенә ауырыуҙы дауалау өсөн дә ҡулланалар. Бигерәк тә организмды зарарлы ҡорттарҙан, селәүсендәрҙән (трихомонада, хламидия, герпес, лямблия, эхинококк инфекцияһы һ.б. ) таҙартыу өсөн. Әрем шулай уҡ нервы ауырыуҙарын дауалай, йоҡоһоҙлоҡтан арындыра, матдәләр алмашыныуын көйләй, һөҙөмтәлә артыҡ кәүҙә ауырлығы һәм май кәмей. Гинекологик сирҙәрҙе, простатит, уретрит, ашҡаҙан, эсәк, бауыр, бөйөр, ашҡаҙан аҫты биҙе, тире ауырыуҙарын дауалағанда һөҙөмтәле. Ғөмүмән, әрем менән дауаланыу бөтә ялҡынһыныуҙарҙан, айырыуса аш эшкәртеү һәм енси органдарҙағы, арынырға ярҙам итә.
Кипкән әремде ҡул менән ыуалап, иләк аша үткәрергә һәм ҡоро килеш йоторға мөмкин. Ә иләнмәй ҡалғанынан клизма эшләү, күҙгә, ҡолаҡҡа тамыҙыу, тамаҡты сайҡатыу өсөн төнәтмә әҙерләргә мөмкин. Әрем менән дауаланыу курсы – 7 көн. Бер курсҡа 100 г кипкән үлән етә.Тәүге өс көнөндә 2 – 2,5 сәғәт һайын бер семтем кипкән әремде ауыҙға һалып, һыу ҡушып йоторға. Артабан 4 көн буйы көнөнә 5 – 6 тапҡыр шул уҡ күләмдә ҡулланырға кәрәк. Таҙарыныу процесына тотош организм йәлеп ителә. Иң мөһиме – уны 2,5 сәғәт һайын ҡабатларға онотмағыҙ. Төндә организм ял итергә тейеш. Ете көн дауамында ҡаты диета тоторға. Күп нәмәнән баш тартырға тура киләсәк: бөтә төр иттән, балыҡтан, майҙан, колбасанан, һөт аҙыҡтарынан, йомортҡанан, кондитер изделиеларынан. Тәмәке һәм спиртлы эсемлектәр ҙә тыйыла.
Был көндәрҙә йәшелсә-емеш, сәтләүектәр, ярма, үҫемлек майы, картуф ҡына ашарға мөмкин. Көнөнә бәләкәй генә 2 – 3 киҫәк икмәк ашарға рөхсәт ителә. Яңы бешкәне түгел, ә әҙерәк кипкән булырға тейеш. Дауаланыу ваҡытында хәлһеҙлек күҙәтелеүе һәм булған ауырыуҙарҙың көсәйеүе ихтимал. Быуындар ауыртып, ҡайһылыр урын сәнсеп тә алыуы мөмкин. Был иһә таҙарыныу процесының төпкә үтеп инеүе хаҡында һөйләй. Организмда булған эре таштар ҡуҙғалғанда, түҙеп торғоһоҙ ауыртыу барлыҡҡа килеүе бар. Был осраҡта ике төймә ношпа йәки бер төймә папаверин эсергә кәңәш ителә. Мотлаҡ табип менән дә кәңәшләшергә онотмағыҙ!
Һуңынан йылына ике тапҡыр (яҙлы-көҙлө), профилактика йәһәтенән, әрем терапияһын ҡабатларға. Әйткәндәй, ауырлы ҡатындарға һәм аҙ ҡанлылыҡ менән интегеүсе кешеләргә әрем менән дауаланыу ҡәтғи тыйыла.


Читайте нас: