Бөтә яңылыҡтар
Шәхси хужалыҡ
25 Июль 2019, 14:13

Чупакабра түгел, йәтсә!

Бынан бер нисә йыл элек күп хужалыҡтарҙа ҡанға туҙып ятып ҡалған ҡош-ҡортто күреп ҡот осҡос йән эйәһе – чупакабра тураһында имеш-мимештәр киткәйне. Яңыраҡ ҡына һатып алып, балалай тәрбиәләп үҫтергән себештәргә тағы ла “һөжүм” башланды. Былтыр төнгө “ҡунаҡтар” кешеләрҙең хужалығындағы бар ҡош-ҡортто ҡырып сыҡҡан осраҡтары булғайны. Хәҙер тағы ла ошондай ҡазаға тарығандарҙың зарланыуҙары ишетелә башланы.

Ниндәй йәнлектәр һуң улар? Йәтсә, көҙән, ҡайһы саҡта һыуһар ҙа кәртәгеҙгә үтеп инеп, ҡош-ҡортто һәләк итеүе бар. Ни өсөн һуңғы йылдарҙа улар тар-мар иткән тауыҡ кетәктәре күбәйгәндән – күбәйә һуң? Бының сәбәбе ябай һәм аңлашырлыҡ. Һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ, йылға – күлдәрҙең һайыға барыуы, кибеүе һыу йәнлектәрен юҡҡа сығара. Һөҙөмтәлә, йәтсә, көҙән, һыуһарҙар кешеләрҙең хужалығына үтеп инә. Был йылғыр, көслө, хәйләкәр йәнлектәр менән көрәшеүе ауыр булһа ла, ҡош ҡортто уларҙан һаҡлап була.

Иң тәүҙә кетәктәрҙе төрлө яҡтан нығытырға, серегән иҙән таҡталарын алмаштырырға кәрәк. Ҡыйыҡты ла онотмағыҙ. Был йәнлектәр өҫтән дә үтеп инә ала. Шулай уҡ нигеҙ ныҡ булырға тейеш. Сөнки ҡош-ҡортто ашаған йәнлектәр кәртәгә ерҙе аҫтан ҡаҙып та инә.

Ҡурағыҙ янында ҡый өйөмдәрен тотмағыҙ. Сөнки был йәнлектәр унда эйәләп, төнгә тиклем шунда йәшенеп ятасаҡ.

Йәнлектәр ҡош-ҡортҡа беренсе көндө үк ташланмауын да онотмағыҙ. Тәүҙә улар “разведкаға” йөрөй. Быны һеҙ иртәнсәк ҡош-ҡорттоң үҙен тотошонан белерһегеҙ. Йәнлектәр килеп киткәндән һуң ҡоштар тынғыһыҙға әүерелә, кетәктән сыҡмайҙар.

Йәтсә менән көҙән бер төн эсендә бар ҡош-ҡортто һәләк итһә, һыуһарҙар көн һайын берәр ҡошто ташый.

Әгәр йәнлектәрҙе тоторға уйлаһағыҙ, һеҙгә төнөн йоҡламаҫҡа кәрәк буласаҡ. Тик ҡалын һәм ныҡ бирсәткәләр кейергә онотмағыҙ. Сөнки был йәнлектәрҙең тештәре лә, тырнаҡтары ла бысаҡтан да үткер. Шулай уҡ уларға ҡаршы ҡапҡандар ҡуйырға була. Тик хәйләкәр йәнлектәр уларҙы урап үтеүе лә ихтимал. Хәҙерге ваҡытта ошондай йәнлектәрҙе, кимереүселәрҙе ҡурҡытҡан электрон ҡоролмалар ҙа бар. Ул кешенең ҡолағы ишетмәгән (әҙәм балаһына зыяны ла юҡ), әммә йәнлектәрҙең ҡотон алған тулҡындар ебәрә. Бындай ҡоролмаларҙы электрон магазиндарында йәки интернет аша таба алаһығыҙ.

Шулай уҡ йәнлектең хәрәкәтенән тоҡанған фонарҙәр ҙә бар. Ул ҡапыл яҡтыртып, йәнлекте ҡурҡыта. Тулҡын ебәргесте лә, фонарҙе лә ҡош-ҡорт торған ергә урынлаштырырға кәрәк.

Ҡайһы бер кешеләр кәртәгә дегет һөртөп сығыу ҙа, был йәнлектәрҙе ҡурҡыта, ти. Эйе, улар был еҫте яратмай, унан ҡурҡа. Тик йәнлектәрҙең һеҙ дегет һөртмәгән ерҙән килеп төшөүе ихтимал икәнлеген онотмағыҙ. Ә бына кәзә еҫен улар ысынлап та урап үтә. Шуға күрә ҡайһы бер хужалар тауыҡ кетәктәренә кәзә тиреһен ҡырҡҡылап ташлай.

Ҡош-ҡорт торған ергә этте бәйләп ҡуйырға ла була, йәнлектәр уның тауышынан уҡ ҡурҡа.
Читайте нас: