“Ҡәҙерле редакция! Себеш-бәпкәләр үҫтереү тураһында яҙылған мәғлүмәтегеҙ бик кәрәкле булғайны. Себеш үҫтергәндә тағы ниҙәргә иғтибар итергә кәрәк? Ошо хаҡта яҙа алмаҫһығыҙмы икән? Сентябрҙә өйрәк алыуы отошло, тиҙәр. Ошо дөрөҫмө?
– Эйе, сентябрҙә алынған өйрәк бәпкәләре үҫтереүгә еңел була. Көндәр йылы икән, 1 ай тышта йөрөтөп үҫтерәһең дә, һимертергә ҡуяһың.
Бер көнлөк себештәрҙе алғанда тәпәйҙәренә иғтибар итегеҙ: улар тулы, йылы, йомшаҡ, һары, аҡһыл һары, алһыу ҡыҙыл төҫтә булырға тейеш. Тәпәйҙәр һыуыҡ, ҡоро, ҡаты, көрән йә күгерәк төҫтә, ҡан тамырҙары күренеп торһа, бармаҡтары аҫҡа бер аҙ кәкере булһа, был себештәр оҙаҡ ваҡыт һыуһыҙ торған. Ундайҙар ауырыуға тиҙ бирешәсәк.
Ҙурыраҡ себештәрҙе алғанда, иң тәүҙә күтәреп, күҙҙәренә ҡарағыҙ: һеҙҙе күрәме, реакцияһы бармы?
Тиҙ үҫтереүсе препараттар эскән себештәр үҙҙәрен робот кеүек тота, реакциялары яй. Кикеректәре ҡыҙыл йә алһыу ҡыҙыл төҫтә булырға тейеш. Кикерек күгәреп тора икән, бройлерҙарға шулай уҡ тиҙ үҫтереүсе препарат бирелгән. Ҡанат аҫтына ҡулығыҙҙы тығып ҡарағыҙ, ҡоштоң тән температураһы юғары түгелме икәнен белеп була. Танауҙарынан асыҡ төҫтәге күпереп торған шыйыҡса аҡмаймы, сөскөрмәйме, ғырылдап тын алмаймы – ошоларға иғтибар итегеҙ.
Өйгә алып ҡайтҡас та һыу эсермәгеҙ. Өй температураһында, йә әҙерләнгән урындарында 1-2 сәғәт һыуынып алһындар. Юлдан ҡайтып, һыуынған себештәргә тәүге тапҡыр һыу 36-40 градус йылылыҡта бирелә, ул себештәрҙең эске ағзаларының йылылығы менән бер булырға тейеш. Икенсе тапҡыр һыу бүлмә температураһында булһа ла ярай. Быға тиклем ниндәй аҙыҡ биргәндәр, шуны ашатығыҙ, яйлап үҙегеҙ теләгән аҙыҡты ҡуша-ҡуша ғына уға күсерһегеҙ. Юл оҙон булһа, туҡтап, себештәрҙе болғатып алығыҙ, ҡумтаға тишектәр эшләгеҙ. Бөтөн төр ҡоштарҙы ла бер ерҙән алырға тырышығыҙ, был тағы ла инфекциялар йоҡмаһын өсөн кәрәк.
Бройлер себештәре эҙләнеп ашап йөрөргә тейеш түгел. Юғиһә, унда ябай йорт тауығының инстинкты уяна һәм ул ябыға, аяҡтары оҙоная, үҙе бәләкәй генә көйө ҡала. Бройлерҙы ябыҡ урында тотоғоҙ, график менән ашатығыҙ. Көнө буйы үләндә йүгереүҙән улар үҫмәй.
Бройлерҙы 75 көндән һуя башларға кәрәк, шул саҡ ите тәмле, йомшаҡ, һутлы була. 3 айҙан һуң түш итенең таты булмай, резина кеүек ҡата, ҡороға килә һәм йәшел төҫкә инә башлай. 15 көндән эремсек бирә башлағыҙ. Яңы ғына һауылған һөт төнгөлөккә бирелә, шул саҡта уларҙың эсе китмәй. Бөтөн ҡатнаш ризыҡты аҙҙан башлағыҙ һәм төнгөлөккә бөйөрләтәүҙәре тулы саҡта бирегеҙ. Үткәрелгән бойҙай, арпа бирәһегеҙ икән, ҡом ҡуйырға онотмағыҙ.
Себештәр һарайҙа торһа, аҙнаһына бер тапҡыр көл ваннаһы индерегеҙ, йылы көндө асыҡ урында торһалар, көлдө һауыт менән ҡуйығыҙ. Бер айҙан һуң ойоған һөттө һыуы менән бирергә була, тик ул мотлаҡ ойоп сыҡҡан булһын. Һуҙылып торған, әсегән еҫ килгән, әммә ойоп етмәгән һөттән бройлерҙар зыян күрәсәк.
Ҡош тәпәйҙәренән тертелдәк (холодец)
1 кг тауыҡ тәпәйе, ярты тауыҡ, 1 кишер, 1 һуған, тоҙ, борос, 2 лавр япрағы, 3-5 төйөлгән борос, 1-1,5 л һыу. Тәпәйҙәрҙе, тауыҡты, һуған, кишерҙе бөтәүләй көйөнсә 3 сәғәт бешерергә. Күпереген алып тороғоҙ. Тоҙ, борос һалып тағы 5 минут ҡайнатығыҙ. Итте һөйәктәренән ипләп кенә айырып алығыҙ. Һуғанды ташлаһағыҙ ҙа була, ә кишерҙе биҙәү өсөн форманың аҫтында ҡалдырығыҙ. Итте, һурпаны формаларға ҡойоп, һыуытҡысҡа төнгөлөккә ҡуйығыҙ. Өҫтәлгә ҡуйыр алдынан форманы әйләндерегеҙ.