Бөтә яңылыҡтар
Шәхси хужалыҡ
12 Июль 2019, 21:53

Ни өсөн помидор буйға үҫә

#Һаҡмар_кәңәш_итә – Помидорым буйға үҫеп тик ултыра. Сәскәләре күренеп ҡала, ә помидорҙары юҡ. Йыл һайын ике-өс метр булып үҫәләр, ә йәшелсәһен ашап ҡыуанған юҡ. Нимә кәңәш итер инегеҙ? (Яуапты сайттан уҡығыҙ)


– Помидорҙар, айырыуса теплицала үҫкәндәре, буйға үҫеүсән була. Был тейешле ашламаларҙың етмәүе, һыуҙы артыҡ ҡойоуҙан була. Йәшелсәнән мул уңыш алыу өсөн июль-августа уға ашлама индерер кәрәк. Ул былай әҙерләнә: 2-3 аш ҡалағы көлдөң өҫтөнә 5 литр ҡайнаған һыу ҡойоп һыуытабыҙ, унан тағы 5 литр һыу өҫтәйбеҙ.
Ошо һыуға йод һәм бор кислотаһы өҫтәйбеҙ. Бер тәүлеккә ултыртып торабыҙ. 1 литр төнәтмә 10 литр һыу менән бутала. Артабан уны һәр помидор аҫтына 1 литр самаһы ҡойоп сығабыҙ. Был ашлама помидорҙы буйға үҫеүенән туҡтатып, уның йәшелсә биреүенә булышлыҡ итә һәм төрлө ауырыуҙарҙан һаҡлай.
Читайте нас: