Ир сүплек янында уяна башлай...
Булған хәл
Әхәт үҙен һәр саҡ бәхетле кешеләр рәтенә индерә ине. Атаһы менән әсәһенең берҙән-бер яратҡан балаһы булды. Ни теләй – алдына ғына килеп торҙо. Әммә малайҙы атаһы ирҙәрсә тәрбиәләргә тырышты. Хоккей ҙа, футбол да, балыҡ-һунарға йөрөү, аяғы педалгә етеү менән руль артына ултырыу – барыһы ла атайлы баланыҡы кеүек булды. Атаһы үҙенең эшен асып, етеш йәшәнеләр. Бер мәл кемдәндер атаһының әсәһенә тиклем ғаиләһе булғанын ишетеп ҡалды. Һорағайны, ата-әсәһе “яңылыш ишеткәнһең” тип тынысландырҙы. Аталары ҡапыл йөрәге тотоп вафат булды. Был ваҡытта Әхәт өйләнеп өлгөргән ине. Атаһының уңышлы барған эше лә, ике ҡатлы йорт, ике фатир ҙа уға ҡалды. Әсәһе “миңә тыныслыҡ кәрәк” тип бәләкәйерәк ҡалаға күсеп китте. Ул да иренән ҡалған аҡсаға бер ҡайҙа ла эшләмәй, үҙе өсөн генә йәшәй ине. Әхәттең тормошонда барыһы ла ҡапыл кире яҡҡа үҙгәрә башланы. Тәүҙә һаулығы ҡаҡшаны. Уйламағанда аяғына баҫа алмай башланы. Төрлө врачтарға йөрөп ҡараны, береһе йүнле диагноз ҡуйманы. Нервы ҡуҙғыған тип неврологияға һалдылар. Бер айҙан сыҡты. Хәле бер аҙ яҡшырған кеүек ине, аяҡтарын һөйрәп булһа ла, атлай башланы. Әммә өйөнә ҡайтыу менән хәле тағы мөшкөлләнде.
Бер төн уянып китте. Эскәмйәлә әллә ниндәй бомждар менән эсеп ултыра ине. Әммә үҙенең өйҙән ҡасан, нисек сығып киткәнен, был кешеләргә нисек тап килгәнен хәтерләмәй ине. Һәм был хәл рәткә генә ҡабатлана башланы. Эше кирегә китте. Йәш кәләше уны ташлау менән янай башлағас, Әхәт эшен алып барыуҙы уға тапшырҙы. Бынан һуң ҡатыны Әхәт тураһында борсолманы ла, ҡайтһа ҡайтты, ҡайтмаһа икенсе фатирҙарында йәшәне. Тиҙҙән үҙенең ауырлы икәнлеген белдерҙе былай. Әммә Әхәт уларҙың ирле-ҡатынлы кеүек йәшәмәүҙәрен әйтеп, аптырауын белдергәс, ҡатыны туҙып китте: “Һин бит үҙеңдең кем менән ҡасан эсергә сығып киткәнеңде лә иҫләмәйһең! Шулай булғас ҡайҙан беҙҙең бергә йоҡлағаныбыҙҙы иҫләй алаһың?!” тип әрләп ташланы. Әхәткә барыбер ине. Ул үҙенең уяумы әллә төш күрәме икәнлеген бутай башланы. Урамда сүплек янында аңына килгән сағы ла булды. Бер көн кәләше ярһып килеп инде лә: “Мин һинән айырылам! Һин мине лә, буласаҡ балабыҙҙы оятҡа ҡалдыраһың!”-тип телефонынан фотолар күрһәтте.
Унда Әхәт сүплектә соҡона, береһендә шуның янында йоҡлап ята... Йәш ир аптырауынан нимә әйтергә белмәне. Ул кәләшен үҙен берәй дауаханаға бикләп ҡуйыуҙы ялбара башланы. Сөнки был аңлайышһыҙ ҡурҡыныс тормоштан ул ялҡҡан ине. Ҡатыны ниҙер уйлап табырға вәғәҙәләп, тынысланып сығып китте. Был төндө лә ул урамда уянып китте. Һәм ғәҙәттәгесә өйөнә йүгермәй, урам буйлап китте. Күберәк йөрөгән һайын зиһене асыла барҙы. Ҡапыл уға кемдер исеме менән өндәште. Класташы булып сыҡты. Ул таушалған Әхәткә ҡарап “әллә эскелеккә һабыштыңмы?” тип һораны. Әхәткә кемгәлер хәлен һөйләргә кәрәк ине. Класташы барыһын да тыңлағас, аптырарлыҡ хәл, был ниндәйҙер ауырыуға ла, эскелеккә лә оҡшамаған, әйҙә, бер әбейгә алып барам, тип алып китте.
Өлкән әбей Әхәтте ҡарап оҙаҡ ҡына өшкөрҙө, унан: “Өйөңә ҡайтмай тор. Уның һәр бүлмәһенә боҙом һалынған. Тәүҙә әсәйеңде барып күр. Кем һиңә яуызлыҡ ҡылыуын унан белерһең. Әлегә ошо тоҙҙо һәр саҡ кеҫәңдә йөрөт. Барыһы ла үткәс, мәсетегеҙгә бар, ҡалғанын аңларһың”-тине. Әсәһе уйламағанда килеп ингән улын күреп аптыраманы. Ул килененән барыһын ишетеп, эш нимәлә булыуын һиҙенеп йөрөгән икән.
Әсәһе: “Миңә атайыңдың тәүге ҡатыны шылтыратып, “Барыһы ла өсөн түләргә ваҡыт етте. Иреңдең башына еттем, хәҙер сиратта улың, шунан һин!”-тине. Мин гонаһлы, улым. Заманында атайыңды үҙемә сихыр менән ҡараттырып, ғаиләһенән алып киткәйнем. Атайың ҡатыны менән уртаҡ йыйып барған аҡсаны ла бүлмәй, уны илатып, үҙе менән алып китте. Бер улдары бар ине. Илап ҡалған ҡатындың ләғнәтенә иғтибар ҙа бирмәнем. Етеш, матур йәшәнек бит, барыһы ла онотолдо. Әммә һуңғы осор һаулығым үҙенән-үҙе ҡаҡшап, үҙемә урын таба алмай башланым. Күрәһең, сихырымды үҙемә кире ҡайтарғандыр”,- тип һөйләп бирҙе.
Әхәт тәүҙә “ниндәй сихыр, нисәнсе быуатта йәшәйбеҙ!” тип ҡысҡырырға уйланы. Әммә үҙенең ниндәй аңлайышһыҙ хәлдә булыуын хәтеренә төшөрөп, ышанды. Әсәһенән атаһының тәүге ғаиләһенең адресын алып, уларға китте. Уны яман ҡарашлы бер ҡатын һәм үҙенән бер-ике йәшкә өлкәнерәк йәш ир һәм ... үҙенең кәләше ҡаршы алды. Әхәт барыһын да аңланы. Быларҙың һүҙенән ҡатынының үҙенән түгел, ә атаһының тәүге улынан йәғни ағаһынан ауырлы икәнен белде. Әсәле-уллы уның ғаиләһенең юрамал боҙоуын йәшермәне лә. Әхәт уларға асыуланманы. Әбейҙең үҙен оҙатҡанда “Барыһы өсөн дә яуап тоторға кәрәк буласаҡ. Был донъяламы – теге донъяламы. Сабыр бул” тигән һүҙҙәрен хәтеренән сығарманы. “Һеҙгә минән нимә кәрәк? Миңә ебәргән боҙомдо юҡҡа сығарыу өсөн?”-тип кенә һораны.
Әсәле-уллы атаһынан ҡалған бар мөлкәтте үҙҙәренә яҙҙырыуҙы талап итте. “Ярай, ҡандаш туғанбыҙ бит, мин һиңә бер бүлмәле фатир алып бирермен. Тик Өфөлә түгел!”-тип һаһылдап көлдө ағаһы.
Әхәт барыһына ла риза булды. Хәҙер ул бәләкәй ҡалала яңғыҙы йәшәй. Дин тота, Ҡөрьән аяттарын матур итеп уҡый. Хоҙай Тәғәләнән үҙенең, ата-әсәһенең генә түгел, ә атаһының тәүге ҡатынының, ағаһының, кәләшенең дә гонаһын ярлыҡауын ялбара...
Гүзәл Иҫәнгилдина.